һүҙгә генә ышанмайым. Үҙәк Комитеттең шулай хәл иткән леген яҙма рәүештә раҫлағыҙ, — тине.
Шотман яурынын һикертеп ҡуйҙы ла, өҫтәл эргәһенә ки леп ултырып, ҡағыҙ битенә яҙырға тотондо: «Мин, түбәндә ҡул ҡуйыусы, шуны раҫлайым: РСДРП(б) Үҙәк Комитете үҙенең ултырышында ҡарар сығарҙы: Үҙәк Комитеттең мах сус ҡарары булғанға тиклем Владимир Ильич Лениндең Пет роград ҡалаһына ҡайтыуын тыйырға. Шотман».
Владимир Ильич ҡағыҙға яҙылғандарға йәһәт кенә күҙ югертеп сыҡты. Шунан ҡағыҙҙы бөкләне лә түш кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
— Бик һәйбәт. Иртәгә иртүк Рахьяны эҙләп табығыҙ ҙа минең янға килеүен һорағыҙ. Бик ашығыс кәрәк.
— Ярай, Владимир Ильич. Кеҙ әйткәнсә булыр.
— Питерҙә эштәр нисек бара? Заводтарҙа эшселәрҙең кәйефе нисек? Эшселәр ҡайһылайыраҡ ҡоралланалар? Пи терҙе һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрелә?
Шотман, ҡулдарын йәйеп: — Ьеҙҙең менән бәйләнештә булғанлыҡтан, иғтибарҙы үҙемә йәлеп итмәҫ өсөн, һеҙгә «ҡойроҡ» эйәртеп килмәҫ өсөн, миңә заводтарға барыу ҡәтғи тыйылған. Иллә-мәгәр егеттәр, эшселәр көрәшкә атлығып торалар, тип һөйләйҙәр, — тине.
— Быныһы дөйөм алғанда, ә конкрет алғанда хәл нисеге рәк һуң — ҡайһы заводта нимә һөйләйҙәр, кемдәр һөйләй?
Шотман яуап бирә алманы.
— Кеҙ аңлайһығыҙмы, Александр Васильевич, хәҙер ҡо раллы восстаниенән башҡа бер ниндәй мәсьәләнең дә ҡуйы- лыуы мөмкин түгел. Беҙ мотлаҡ рәүештә һөжүм башларға тейешбеҙ, юҡһа тарих алдында, эшселәр синыфы алдында енәйәтсе булып ҡаласаҡбыҙ.
Ахыр сиктә Шотман пальтоһын сисеп ултырғысҡа һалды ла Владимир Ильичтең ҡаршыһына килеп ултырҙы.
— Мин һеҙгә тураһын әйтәм, Владимир Ильич: күптәр, власте алырға иртә әле, беҙ уны ҡулыбыҙҙа тотоп тора ал маясаҡбыҙ, тип иҫәпләйҙәр. Улар һеҙҙең үҙегеҙҙең, власте алырға мөмкин, ә уны һаҡлап алып ҡалып булмаясаҡ, тигән һүҙҙәрегеҙгә һылтаналар.
Владимир Ильич Шотманға иғтибар менән ҡараны.
— Мин ул һүҙҙәрҙе июль айында, бөтөнләй икенсе ситуа ция булған саҡта әйткәйнем. Революцион кризис өлгөргән икән, ни өсөн сентябрҙә минең һүҙгә һылтанырға? Бына һеҙ, Питерҙең ҡарт эшсеһе, әйтегеҙ әле, үҙегеҙ нисек уйлайһығыҙ, власте ҡулда тотоп ҡала алырбыҙмы?
124