Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 122.

араһында 10 өр-яңы линкор, 100-ҙән ашыу самолет килтереп ҡуйғандар, ә рустарҙың ошо райондағы бөтә көсө 116 ка­ раптан, шулар араһында икеһе бөтөнләй иҫкергән линкор, йыйыныһы 30 самолет тәшкил итә. Десанттың маҡсаты асы ҡ: рустарҙың Рига ҡултығындағы диңгеҙ көстәрен юҡ итеү, Фин ҡултығын бикләп ҡуйыу, диңгеҙҙән дә, ҡоро ерҙән дә револю­ цион Петроградҡа ҡаршы ябырылыу, немецтәр үҙ көстәрен теләгән сәғәттә Гельсингфорсҡа, Выборгка күсереп ҡуя ала­ лар. Ул саҡта нимә буласаҡ? Немецтәргә әсир ҡалыу ҡурҡы­ нысы янай бит. Шул уйҙарҙан уның тәне эҫеле-һыуыҡлы бу­ лып китте.

Юлда таныш кеше күренде. Был — Александр Васильевич Шотман.

Владимир Ильич өйгә инергә ашыҡты, ишек төбөндә Александр Васильевич менән осрашып, иҫәнлек-һаулыҡ һо­ рашҡас та, уны бүлмәһенә саҡырҙы. Владимир Ильич, хатта уға пальтоһын һалырға ла ирек бирмәйенсә, тулҡынланып: — Кеҙ миңә Петроградҡа ҡайтырға рөхсәт алып килдегеҙ­ ме? — тип һораны талапсан рәүештә.

— Юҡ, Владимир Ильич, — тип яуап ҡайтарҙы Шотман, үҙен ғәйепле һанағандай, — Үҙәк Комитет рөхсәт итмәне.

— Ни өсөн?

— Сик буйында хәлдең ҡатмарлы булыуын мин үҙем әйттем, һеҙгә Петроградҡа ҡайтырға ярамай.

Владимир Ильич ағарынды, ағарынды ғына түгел, төҫө аҡһыл һороға әйләнде.

— Кеҙ шаяраһығыҙ! — тине ул.

Шул саҡта Шотман Ильичтең күҙҙәре ни тиклем уҫал, ни тиклем асыулы була алыуын күрҙе.

— Владимир Ильич, шуны аңлағыҙ, һеҙҙе һаҡлайҙар һәм бик дөрөҫ эшләйҙәр.

— Ҡәҙерле Александр Васильевич, хәҙер хәлдең ниндәй ҡатмарлы икәнлеге һеҙҙең үҙегеҙгә билдәле ләбаһа, шулай булғас, меҫкенләнеп ултырыу, минең ғүмеремдең ҡиммәтле- ге хаҡында һүҙ йөрөтөү — мәғәнәһеҙлек. Хәҙер һүҙ минең хаҡта түгел, ә революция тураһында бара. Миңә мотлаҡ Пи- терҙә булырға кәрәк.

Ул башын аҫҡа эйеп, асыуын көскә-көскә тыйып, тар бүл­ мәлә арлы-бирле йөрөнө.

Шотман уны күҙәтеп ултыра: «Ситлеккә бикләнгән арыҫ­ ланмы ни», — тип уйланы ул, әсенеп.

Владимир Ильич ҡырт ҡына боролдо ла ҡапыл күтәренке кәйеф менән: — Беләһегеҙме нимә, Александр Васильевич, мин ҡоро 6* 123
Закрыть