Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 121.

Үҙәк Комитеткә булған почта бер тәүлек эсендә йөрөй, шулай ҙа Питер менән бәйләнеш ҡыйынлашҡандан-ҡыйынлаша.

Бына әле лә «Рабочий путь» газетаһының 24 сентябрь һаны Ильич алдында ята. Унда Лениндең мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан. Бик мөһим мәҡәлә — болыневиктәрҙең хаталары ту­ раһында Демократик тип аталған, аумаҡайҙар тарафынан ойошторолған кәңәшмә яңы ғына эшен тамамланы. Ваҡытлы хөкүмәткә эшселәр массаһын революциянан айырырға, хәрә­ кәт итмәҫкә, бары тик юҡ-бар һүҙ һөйләргә мәжбүр итергә, шул арала уларҙы революцияға ҡаршы ҡуҙғатыу өсөн көс тупларға кәрәк ине.

Был лаҡылдаҡтар, тел сарлаусылар кәңәшмәһендә боль- шевиктәргә ҡатнашырға ярамай ине. Уларға хәҙер массалар менән бергә булырға, халыҡты дошман менән ҡораллы алыш­ ҡа әҙерләргә кәрәк ине. Каменев менән Зиновьев был кәңәш­ мәлә большевистик булмаған позицияла сығыш яһанылар.

Партия эшселәр синыфына үҙенең хаталары тураһындағы дөрөҫлөктө лә әйтергә ҡурҡмай. Ләкин редакцияла кемдер Ле­ ниндең фекерҙәрен һыҙып ташлаған, мәҡәләне ҡыҫҡартҡан, мәҡәләнең асылын аңлашылмаҫлыҡ итеп бутаған һәм боль- шевиктәрҙең был кәңәшмәлә ҡатнашыуҙары йәнәһе хата бул­ маған кеүек килеп сыҡҡан. Хәҙер ҡораллы восстание тура­ һындағы мәсьәлә алға килеп баҫты. Бынан ары Выборгта ғына ҡалырға ярамай, Үҙәк Комитеттәге иптәштәр менән осрашыр­ ға, үҙ ҡарашыңды яҡларға мөмкинлек булһын өсөн, хәҙер үк Петербургка күсергә кәрәк.

Инде нисәнсе тапҡыр Владимир Ильич Питергә күсергә рөхсәт һорай, әммә уның үтенесен һәр ваҡыт кире ҡағалар- Шотман бөгөн ниндәй хәбәр алып килер инде?

Владимир Ильич өҫтәлдәге ҡағыҙҙарын йыйыштырып ҡуй­ ҙы ла баҡсаға сыҡты, бармаҡтарын сатмаштырып тубығы өҫ­ төнә ҡуйып, ҡарама ағасы төбөндәге ҙур һарыҡташ өҫтөнә ултырҙы. Ҡараңғы төшөп килә, күрше йорттарҙа уттар тоҡана, ҡоҙоҡ сығырҙарындағы сынйырҙар зыңлай. Ҡаршы­ лағы өйҙөң тәҙрәһендә ут яна. Өҫтәл эргәһенә ике ир ултыр­ ған, береһе йәш, икенсеһе ҡарт, газетаға ҡарап, нимә хаҡында- лыр бәхәсләшәләр. Балтик диңгеҙендәге Моонзунд утрауҙары­ на немец десанты төшөрөлөү тураһындағы бөгөнгө белдереү менән ҡыҙыҡһыналарҙыр, моғайын.

Немецтәрҙең был операцияһы Керенский хөкүмәтенең рөхсәте менән эшләнеүенә шик юҡ, әлбиттә. Эзель һәм Даг^о утрауҙарын көбәге Петроградҡа төбәлгән револьвер тип атай­ ҙар. Был утрауҙарға немецтәр бик ҙур көс — 320 судно, шулар 122
Закрыть