Тәрән тәгәрмәс эҙе һыуға инеп киткән.
— Ә был юл ҡайҙа илтә? — тип һораны Владимир Ильич.
— Был юл майҙанға, күмер соҡорона алып бара. Унда Сестрорецк заводы тимерлеге өсөн ағас күмере яндыралар.
Емельянов тиҙ генә сисенде, ҡыштырҙаған күрәндәрҙе ике яҡҡа айырып, ҡара кеүек дөм ҡара һыуға инеп тә китте һәм ҡапыл, ҡулдары менән лаштыр-лоштор килеп, муйынына тиклем һыуға батты.
— Уфф... Ямғырҙан һуң һыу күтәрелгән, — тине ул ғә йепле тауыш менән, ярға сыҡҡас. — Йылғаны урап үтергә тура килер, ахыры, бер биш саҡрым самаһы булыр.
— Юҡ, юҡ, һәр минут ҡәҙерле, — тип ҡаршы төштө Вла димир Ильич. — Беҙ инде былай ҙа юлға йыйынып ике тәү лекте юғалттыҡ.
Кейемдәрен ҡулдарына күтәреп, юлсылар тәнде өтөп бар ған һалҡын һыуға инделәр. Ныу төбө батҡыл. Рахья айырыуса һаҡлыҡ менән атлай — ул, бөтәһенән дә бигерәк, револьвер һалынған ауыр кейемдәрен ҡулынан төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡа ине. Шотман да үҙенең пинжәген ныҡ тотҡан, сөнки уның ян кеҫәһендә Ильичтең уртаға бөкләнгән дәфтәре ята.
— Хәҙер беҙгә көнбайышҡа табан китергә кәрәк, — тине Емельянов.
— Компасығыҙ бармы? — тип һораны Владимир Ильич.
— Юҡ, ниңә кәрәк ул компас, мин бында һәр төпһәне бе ләм, — тип ышаныслы итеп яуап ҡайтарҙы Николай Алек сандрович. — Бала сағымдан уҡ мин был урмандың арҡыры- һын-буйын айҡап сыҡҡанмын.
— Шулай ҙа компас булһа зыян итмәҫ ине, — тине Вла димир Ильич, үҙе күккә ҡарап Етегән йондоҙҙо, Тимер ҡаҙыҡ йондоҙон эҙләп тапты ла юнәлеште билдәләне һәм үҙалдына ғы на: — Йондоҙҙар булмаһа, беҙ ни эшләр инек икән? — тип һөйләнде.
— Борсолмағыҙ, Владимир Ильич, бәлки, барып етербеҙ әле.
— «Бәлки», — тип баҫым яһап ҡабатланы Владимир Ильич.
Ах был «бәлки» һүҙе — яҙмышҡа, бәхеткә өмөт бағлау билдәһе ул. Ләкин Владимир Ильич, был хаҡта һөйләшеүҙе ҡулайлыраҡ мәлгә ҡалдырып, ләм-мим өндәшмәне.
Емельянов ҡараңғылыҡҡа текләп ҡараны. Төн ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың төҫтәрен һүндергән, уларҙы үҙгәрткән. Юҡ, уның аҙашыуы мөмкин түгел. Бына был ҡыуаҡлыҡтарҙы уҙғас та түңәрәк аҡлан булырға тейеш, уның уртаһында киң 13