— Безуховтарҙы 1 осратманым, иллә-мәгәр бына аяҡһыҙ ҙарҙы һәм ҡулһыҙҙарҙы бик күп күрҙем, бәлки, һинең ирең дә шулар араһындалыр, — тине лә ҡулын һелтәп артабан атланы һалдат.
Гельсингфорс поезы килеп туҡтаны. Башҡа пассажирҙар менән бергә пастор ҙа вагондан сыҡты. Ҡара таҫмалы эшлә пәһе аҫтынан сикәһенә сәсе һалынып төшкән, һаҡалы, ярты лаш түңәрәк яһап, эйәген ҡаплаған, муйынында ап-аҡ пастор галстугы, оҙон ҡара сюртугы уның баҙыҡ кәүҙәһенә килешеп тора. Пастор һорғолт күҙлеге аша кешеләргә, улар ҙың ҡайғылы йөҙҙәренә иғтибар менән ҡарай-ҡарай халыҡ төркөмөн аҡрын ғына йырып бара.
Станция буфетендә кофе тип аталған буръяҡ һыу, үтә тоҙло һәм таш шикелле ҡатҡан сырлы бутерброд өсөн ҙур си рат теҙелгән. Пастор ҙа сиратҡа килеп баҫты. Буфет һалдат тар, балалы ҡатындар менән тулды. Офицерҙәр һуҡранмайын са ғына һалдаттарға сираттарын бирәләр, һалдаттар ҡыҫылы- ша-ҡыҫылыша балалы ҡатындарҙы алғараҡ уҙғаралар. Икмәк алыу өсөн бөтәһе лә, кеҫәләрен аҡтарып, һорғолт талондарын, баҡыр аҡсаларын килтереп сығаралар.
Әүәл-әүәлдән Финляндияла шундай ғәҙәт йәшәп килә: ти мер юл буфеттәрендә кассирһеҙ һатыу итәләр. Элек прилав каларға алдан уҡ йоҡа ғына итеп телемләп кета, ит, ветчина теҙеп ҡуйыла торғайны. Рус кәлсәләренә оҡшаған, кетерҙәп кенә торған ҡыҙҙырылған салакуш балығы өйөлөп ята, ял тыратып таҙартылған баҡыр термостарҙа сосискалар бығып ҡына бешә, ә бүтән һауыттарҙа хуш еҫле кофе ҡайнай торғай ны. Зәңгәр күлдәк кейгән, аҡ алъяпҡыс быуған йәш кешеләр бысранған һауыт-һабаны йыйыштырып алалар ҙа улар урыны на таҙаларын ҡуялар, яңы блюдо килтерәләр. Кәр блюдо янына уның хаҡы яҙылған карточка һалына, шуға ҡарап кешеләр иҫәп-хисапты үҙҙәре яһайҙар ҙа ҡыҙыл баҡыр менән биҙәкләнгән тар ғына ярыҡҡа аҡса төшөрөп китәләр. Буфет хужаһы һирәк-һаяҡ ҡына зыян күргеләй торғайны, әгәр ҙә инде ҡайһы саҡта аҡса күпмелер кәмерәк сыға икән, барыбер ул хужаға махсус кассир тотоуға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә. Фин өйҙәрендә йоҙаҡ тигән нәмә юҡ ине, юғалтҡан һәр әйберҙе тип әйтерлек табылдыҡтар бюроһынан барып алырға мөмкин була торғайны. Бурлыҡ, кеше нәмәһен үҙләштереү иң бысраҡ яуызлыҡҡа, мәсхәрәгә һанала, һәм финдәр намыҫ сафлығын ихлас һаҡлай торғайнылар.
Ләкин һуғыш башланып китте. Кеҫәләре лә, ҡорһаҡтары 1 Б е з у х о в — был осраҡта «ҡолаҡһыҙ» тигән мәғәнәлә әйтелә.
119