Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 117.

икеһе лә алдағы көндәр хаҡында уйлайҙар, бынан сирек быуат элек Нева яры буйында йөрөгән мәлдә хыялланған шикелле үк киләсәк тураһында фекер йөрөтәләр улар.

Айырылышыу ваҡыты килеп еткәс, Владимир Ильич түҙә алманы, ун минутҡа ғына булһа ла бергә булыу өсөн, Надежда Константиновнаны вокзалға саҡлы оҙата килде. Улар Кайву- кату урамы менән вокзал мөйөшөндә һаубуллаштылар. Вла­ димир Ильич ғәжәп бер тынлыҡҡа ҡолаҡ һалып, оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Ахырҙа паровоз һөрән һалды.

Поезд Питергә юл алды.

Владимир Ильич, күлдәк яғаһын ысҡындырып, тәрән итеп тын алды ла өйгә табан юнәлде. Өҫтәл янына ултырырға ла фекерҙәрҙе тиҙерәк тиреп һалырға тигән таныш сабырһыҙлыҡ солғап алды уның күңелен.

Владимир Ильич, уң ҡулын етеҙ һелтәй-һелтәй, парк буй­ лап атлай. Диңгеҙ еҫтәре, иртәнге сафлыҡ, бешкән алма еҫтә­ ре тирә-яҡҡа бөркөлә ине.

20. «ТЫНЫСЛЫҠ» — АҢЛАЙЫШЛЫ ҺҮҘ Әле бик иртә булыуға ҡарамаҫтан, Выборг вокзалында кеше бик күп, әйләнә-тирә шау-гөр килеп тора. Перрон ҡасаҡтар — балалы ҡатындар, ҡарт-ҡоролар менән шығырым тулған. Ке­ шеләр бәйләмдәргә, төргәктәргә, кәрзиндәргә һырынышып се­ рем итәләр, ҡайһы берҙәре ултырған кешеләрҙең баш осонан ашатлап йөрөүсе пассажирҙәр менән һүҙгә килешәләр, сыр- сыу килеп балалар илай, тимер сәйнүктәр шалтырай, ауыр һалдат итектәре шаҡ-шоҡ килә.

Офицерҙәр һалдаттар төркөмөн урап уҙалар һәм һаҡланып ҡына асыулы ас ҡасаҡтар араһынан йырып сығалар. Ьуғыш был кешеләрҙең өйҙәрен емергән, һалдат итектәре уларҙың сәскән игендәрен тапаған, немец снарядтәре уларҙың ерҙәрен аҡтарған, ашлыҡтарын көйҙөргән, ҡаты аслыҡ һәм ыжғырып килгән ҡыш уларҙы йылыраҡ ергә, икмәкле урынға, Россияға ҡыуып килтергән. Ләкин ҡайҙа һуң ул икмәкле урындар, үҙҙәренең йылы төйәктәрен ҡайҙан табасаҡтар улар — быны берәү ҙә белмәй.

Ҡатындар, һалдаттарҙы туҡтатып, ҡайҙалыр һуғышып йө­ рөгән яҡын ҡәрҙәштәренең яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынып, һеҙ ҡайһы частән, тип һорайҙар.

— Ҡара әле, туғанҡай, үҙең ҡайһы частән булаһың, Васи­ лий Безухов осраманымы һиңә? — тип һораны балалы ҡа­ тын, уңып бөткән гимнастерка кейгән һалдаттың еңенән тартып.

118
Закрыть