— һинең менән Рахьянан башҡа бер кеше лә белмәҫ, — тине Владимир Ильич.
Сәғәт теле алға югерә, сентябрҙең ҡараңғы төнө әкрен генә ағара, ә Хаген майҙанындағы тәҙрәһе ҡалын ҡорғандар менән ҡапланған бәләкәй генә бүлмәлә Россияның яҙмышы тура һында ялҡынлы һөйләшеү бара.
— Мин мәҡәлә яҙайым, һин ял ит инде, — тине ахырҙа Владимир Ильич.
— Мин һинең эргәңдә генә ултырырмын.
Надежда Константиновна диван мөйөшөнә яйлап ҡына ме неп ултырҙы ла оҙаҡ та үтмәй йоҡоға талды.
Владимир Ильич үҙ-үҙен онотоп яҙҙы. Фекерҙәре, бер-бер артлы теҙелеп, шымарып, аҡ ҡағыҙ биттәренә ағылды ла ағылды.
Яҙып бөткәс, сәғәтенә күҙ һирпеп алды, утты һүндерҙе, тәҙрә ҡорғандарын асып ебәрҙе. Гельсингфорс өҫтөндә томан лы таң һыҙылып атып килә ине инде.
Ул Надежда Константиновна ҡаршыһына килеп баҫты. Владимир Ильич уның йөҙө ағарғанлығына әле генә иғтибар итте. Ул ирендәрен ныҡ ҡымтып, ҡулдарын тубығына ҡуйып йоҡлай.
«Һөйөклө, тоғро дуҫым минең». Владимир Ильич эйелеп ипләп кенә уның ҡулынан үпте.
Ул уның йәнәшәһенә генә ултырҙы ла ирекһеҙҙән, тормо шомда мин бик уңдым, тип уйлап ҡуйҙы: аҡыллы, кешелек ле ҡатыны һәр саҡ уның эргәһендә булды. Әсәләре Мария Александровна бөтә ғүмерен улар менән, балалары менән, бер гә уҙғарҙы. Бынан бер йыл элек кенә донъя ҡуйҙы ул. Бала сағында һөйөклө дуҫы — күңелсәк һәм талантлы һеңлеһе Оля һәр ваҡыт бергә булды, аҙағыраҡ апаһы Анюта менән һеңле һе Маняша уның фекерҙәштәре һәм тоғро ярҙамсылары булды лар, әммә иң яҡын дуҫы, унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерергә мөмкин булмаған ҡәҙерле кешеһе, әлбиттә, ул, Надюша, ине.
Бөтәһе тураһында ла танһыҡ ҡанғансы һөйләшеү, иң изге уй-хыялдарыңды бер-береңә асып һалыу, кәңәшләшеү, ҡысҡы рып уйлау өсөн өс тәүлек кенә ваҡыт бик аҙ шул.
Китәһе көндән алдағы кистә улар паркка сыҡтылар. Ҡала тәрән йоҡоға сумғас ҡына сыҡтылар. Ҡараңғы аллеялар буй лап ҡулға ҡул тотоноп йөрөнөләр, аяҡ аҫтында ҡойолған япраҡ тар ҡыштырҙай, диңгеҙ еҫтәре, бешкән алма еҫтәре аңҡыны. Владимир Ильичкә ҡырҡ һигеҙенсе йәш бара, ә Надежда Константиновнаға ҡырҡ туғыҙынсы йәш. Ләкин улар икеһе лә йәш ауырлығын тоймайҙар, иҫтәлектәргә лә бирелмәйҙәр, 117