Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 115.

ны. Ҡыҙыл байраҡтарҙы ғына түгел, анархистәрҙең ҡара бай­ раҡтарын да, меныневиктәрҙең һәм эсерҙарҙың лозунгыларын да күрҙе ул демонстранттар араһында һәм ошо массалар энтузиазмы менән хәҙер еңергә мөмкин булһа ла, власте һаҡ­ лап алып ҡалыу мөмкин түгеллеген аңланы. Сөнки массалар меныпевиктәргә булған ышаныстарынан төңөлмәгәйнеләр, Ваҡытлы хөкүмәткә булған ышаныс та шул хөкүмәтте бәреп төшөрөргә өндәрлек дәрәжәлә ҡаҡшамағайны әле.

Бына хәҙер инде Ильич хәрәкәт итер мәл килеп еткәнле­ генә тамам инана.

Тап бына хәҙер, ҡораллы восстание мәсьәләһен хәл итергә кәрәк ваҡытта, эшселәр синыфы йән атып тәүәккәлләргә торған мәлдә, партия сафтарында икеләнеүҙәр булмаған саҡ­ та, шундай икеләнеүҙе штабтың үҙендәге кешеләр күрһәтә.

— Миңә Гельсингфорстан китергә кәрәклеген аңлайһыңмы һин, Надюша? — тине Владимир Ильич, уның фекерен бүлде­ реп. — Мин Петроградҡа күсергә тейешмен. Ьин унда миңә конспиратив квартира әҙерлә, әлегә мин, Питергә яҡыныраҡ булыу өсөн, Выборгка китәм.

Надежда Константиновна яуап ҡайтарырға ашыҡмай, ул Питергә күсеүҙең Ильич ғүмере өсөн ҡурҡыныс булыуын белә, әммә уға бында ҡалырға ла ярамай.

— Мин үҙебеҙҙең Выборг районынан һиңә квартира табыр­ мын.

— Дөрөҫ әйтәһең, нәҡ Выборг районынан табырға кәрәк тә. Был — иң ышаныслы район, мин дә бит һеҙҙең партия ойошмаһы ағзаһы, партия билетемде лә шул ойошманан ал­ дым. Шуға күрә һеҙ, выборглылар, мине йәшереү тураһында ла хәстәрлек күрегеҙ.

Надежда Константиновна күңеленән үҙенә билдәле булған адрестәрҙе хәтеренә төшөрҙө.

— Фофанова менән һөйләшеп ҡараһаҡ?

— Июль айында беҙ Үҙәк Комитет ултырышын уҙғарған Маргарита Васильевна квартираһын әйтәһеңме? Был бик шәп булыр ине. Ошо эште ойоштороуҙы үҙ өҫтөңә ал әле... Бер ыңғайҙан шуны ла әйтәйем инде, сентябрь айына минең пар­ тия взносымды түләсе, зинһар. «Рабочий путь»тә баҫылған мәҡәләләрем өсөн миңә күпме аҡса тейешлеген белеш әле. Әлегә аҡсам бар, бөтә гонорарҙы ла партия кассаһына тап­ шыр. Квартира эҙләп тапҡандан һуң, минең өсөн дә асҡыс яһатып алып, уны Рахья артынан миңә Выборгка биреп ебәр­ һәң, шәп булыр ине, ошо арала мин шунда күсергә уйлайым.

— Ләкин һин миңә һүҙ бир, Питергә күскәс, минән башҡа берәү ҙә квартираңдың адресен белергә тейеш түгел.

116
Закрыть