Ильич менән егерме йыл бергә ғүмер итеү дәүерендә ул: Владимир Ильичтең алдан күрә белеүсәнлегенә күңеленән һоҡланып туя алманы.
Унда мәсьәләләрҙе бөтә киңлегендә, тулылығында һәм тә рәнлегендә тоя торған ниндәйҙер бер үҙенә генә хас зирәклек бар ине.
Уның кешеләргә ҡарата яңылышыуы ла ихтимал. Кеше менән осрашҡас, иң тәүҙә үк ул унда яҡшы сифаттар эҙләй торғайны. Ҡайһы берҙә ул кешелә ысынында булмаған яҡшы сифаттарҙы бар тип иҫәпләй. Ул, мәҫәлән, Малиновский гә ышана, уны намыҫлы кеше тип һанай ине. Был кеше На дежда Константиновнаға башта уҡ ни өсөндөр оҡшаманы.. Владимир Ильичкә Малиновский провокатор тип хәбәр иткәс, ул инкар ителмәҫлек дәлилдәр талап итте, уның хыянатын бик ауыр кисерҙе. Надежда Константиновнаның ярҙамсыһы, Польшала партияның элемтәсеһе хеҙмәтен үтәгән Катягә лә ул ышанып ҡараны. Әммә Надежда Константиновна Катянең ярамһаҡланыуын, саманан тыш һоҡланған булып ҡыланы- уын, революция эшенә мөкиббән бирелгәнлеге тураһында күп ләстит һатыуын яратманы. Катя лә провокатор булып сыҡты. Ульяновтарҙа үҙен «эскерһеҙ» тотоуы өсөн ул охранканан аҡса алып торған, партияға булышлыҡ күрһәткән булып ҡы ланһа ла, ғәмәлдә полицияға ярҙам иткән. Владимир Ильич был хәлде лә ҡыйын кисерҙе. Ул алдаша белмәне, шуға күрә лә ғүмере буйына кешеләрҙең алдаҡсы була алыуын бик ҡыйынлыҡ менән генә күҙ алдына килтерҙе, кешеләрҙең хыя нат итеүенә һәр саҡ йәне әрнене, сөнки бары тик үҙ кешең, үҙең менән йәнәш торған кеше генә хыянатсы була ала бит.
Әгәр инде һүҙ синфи дошмандың уй-теләктәре, күп масса лар хәрәкәте, революцияның масштабы тураһында бара икән, Владимир Ильич үтә ҙур оркестрҙәге һәр бер яңылыш нотаны, ысын музыкант һымаҡ, ғәжәп һиҙгер тотоп ала белде. Масса ларҙың күңелен, уларҙың көрәшкә әҙерлеген, алда торған мәсьәләне хәл итеүҙә уларҙың һәләтлектәрен бик аныҡ билдә ләне. Математиктәрсә баҫалҡылыҡ менән эшләнгән иҫәп-хисап тарҙы бик күп күҙәтеүҙәр һәм күңел күҙе менән тикшерә торғайны. Надежда Константиновна уның 4 июлдә Кшесинская һарайының балконында торғанын, һарай эргәһенән «Бөтә власть Советтәргә!» тигән лозунг менән демонстранттар ко лоннаһы ағылғанын иҫенә төшөрҙө. Матростар, эшселәр колоннаһы балкон алдында туҡтаны, бескозыркалар, кепкалар үргә сөйөлдө, ҡәүәтле «ура» тауыштары яңғыраны. Азатлыҡ өсөн штурмға, ҡаһарманлыҡҡа барырға әҙер торған кешеләр ҙең был ҡыуаныслы ауаздары Владимир Ильичте алдай алма 115