Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 113.

фәҡәт мин генә асыҡ күрәм, тип иҫәпләй ул. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, ул һәр урында, Ленин власте алыу өсөн ҡу­ лайлы ваҡыт һайламаны, тип һөйләй. Питер немецтәргә бире­ леү ҡурҡынысы аҫтында тора, ә ул ҡораллы восстаниегә са­ ҡыра, ти.

— Әгәр ҙә Керенский Питерҙе немецтәргә бирһә, беҙҙең, ышанысыбыҙ йөҙ тапҡырға насарыраҡ буласаҡ. Керенский хөкүмәт башында торғанда, беҙ Питерҙең немецтәргә биреле- үенә ҡамасаулай алмайбыҙ. Шуны аңламаймы ни ул? Нимә* тәҡдим итә һуң ул?( — Ярай инде, улайһа, мин һиңә бөтәһен дә һөйләйем, — тине Надежда Константиновна, тәүәккәлләп.

— Эйе, эйе, бөтәһен дә йәшермәйенсә генә һөйлә. Беләһең бит, мине йәлләп эшкә зыян килтереүең мөмкин, — тине* Владимир Ильич ҡырт ҡына.

Унан ары Надежда Константиновна Каменев тәҡдим иткән» Үҙәк Комитет, йәнәһе, хәҙерге моменттә күтәрелеп урамға сы­ ғыуҙы һис тә ярамаған тип таба тигән резолюцияһы хаҡында һөйләп бирҙе. Үҙәк Комитет уның резолюцияһын кире ҡаҡты- Аҙаҡ Каменев шундай тәҡдим индерҙе: Ленин ағымдағы мо­ мент һәм партия политикаһы хаҡында хеҙмәт яҙһын, ә Ле­ ниндең власте алыу тураһындағы хаттарын бер ойошмаға ла ебәрмәҫкә, уларҙы яндырырға кәрәк, тине. Үҙәк Комитет уның был тәҡдимен дә кире ҡаҡты, ләкин Каменев, Троцкий һәм башҡаларҙан яҡлау табып, эште бөтөнләй бутаны, был мәсьә­ ләне алдағы ултырышта, Үҙәк Комитет ағзаларының бөтәһе лә бергә йыйылғас хәл итергә тигән фекергә килделәр.

— Әгәр ҙә һин Үҙәк Комитет ултырышында үҙең ҡатнаша алһаң, үҙ позицияңдың аныҡлығын иҫбатлар инең, әлбиттә, — тип һүҙен тамамланы Надежда Константиновна.

Ҡулдарын ҡыҫҡылап, Владимир Ильич бер һүҙ ҙә өндәш­ мәйенсә генә ултырҙы. Бөтә ғүмере буйына көрәшкән эшенә —- революция яҙмышына ҡурҡыныс янай.

Үҙен-үҙе, үҙенең иҫәптәренең дөрөҫлөгөн тикшереп ҡара­ ғандай, Владимир Ильич ҡораллы восстание күтәреү яғында булған дәлилдәрен ҡабат-ҡабат ҡарап сыҡты. Кәм Надежда Константиновна ла шуны тойҙо: был — эшселәр революцияһы­ ның еңеүен теләгән ялҡынлы йөрәкле ябай кешенең инаныуы ғына түгел, ә бәлки киләсәккә күпер һалыуҙың бөтә нескәлек­ тәрен иҫәпкә алған ғалимдең бик күп мәртәбәләр тикшергән, тамам еренә еткереп эшләгән аныҡ һығымтаһы ине. Күтәрә алырмы был күпер? Эйе, күтәрер. Бөтәһе лә үлсәнгән дә» иҫәпләнгән дә. Надежда Константиновна еңел һулап ҡуйҙы.

114
Закрыть