Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 112.

— Үҙенең фекерен ниндәй дәлилдәр менән нигеҙләй һуң ул? — тип сабырһыҙланып һораны Владимир Ильич.

— Ул, һине Гельсингфорста йәшәп, бындағы хәлдәрҙе белмәй, власте хәҙер беҙ үҙ ҡулыбыҙға ала алмайбыҙ, сөнки күпселек болыпевиктәр яғында түгел, тине.

Надежда Константиновна Ильич күҙҙәрендә болоҡһоу осҡондар сағылып киткәнен күрҙе.

— «Күпселек болыневиктәр яғында түгел!» Ҡара һин уны! Был һүҙ оҡшаймы һиңә? — Владимир Ильич өҫтәлдән тар ғына ҡағыҙҙар төргәген алды. — Ә был нимә? Петроград һәм Мәскәү Советтәрендә күпселек инде беҙҙең ҡулда. Ошо Советтәр большевистик резолюциялар ҡабул иттеләр. Эшселәр унан меныневиктәрҙе, эсерҙарҙы ҡыуып сығарҙылар ҙа үҙҙә­ ренең делегаттары итеп болыневиктәрҙе һайланылар. Киев, Харьков, Ҡазан, Өфө, Минск, Ревель, Урал, Донбасс Советтәре большевистик Советтәргә әйләнде. Былар бит факттар! Бына һандар! Ошолар Каменевкә билдәле түгелме ни? — тине Вла­ димир Ильич, ҡулындағы таблицаларҙы һелкә-һелкә. — Бал­ тии флоты тулыһынса беҙҙең яҡта. Финляндиялағы рус ғәс­ кәрҙәре беҙҙең менән бер ҡатарҙан атлай! Был аҙмы ни?

— Каменев халыҡтың күпселеге болыневиктәр яҡлы түгел тип иҫәпләй.

— Формаль күпселекте көтөп йәшәү — балалыҡ ул. Ха­ лыҡты үҙ сафтарыбыҙға эйәртеп барыу һәм еңеү өсөн Мәскәү­ ҙәге, Петроградтағы революцион эшселәрҙең актив күпселеге .лә етә. Болыневиктәр еңгәс тә демократик килешеү тәҡдим итәсәк, ерҙе крәҫтиәндәргә бирәсәк, Керенский быуырға телә­ гән иректе хеҙмәтсән халыҡҡа ҡайтарасаҡ. Шундай хөкүмәт­ те бәреп төшөрөрлөк көс бармы һуң?

— Власте алғас, дәүләт аппаратына таянып эш итергә кәрәк, ти Каменев, ә беҙҙең, имеш, таяныр аппаратыбыҙ юҡ.

Владимир Ильичтең асыуҙан тындары ҡыҫылды, Надежда Константиновна ярһыған хистәрен тыйыуҙың уға ни тиклем ҡыйын икәнлеген тойҙо.

— Ни эшләп аппарат булмаһын? Советтәр? Эшселәр мас­ саһы ошо Советтәрҙә көрәшкә өйрәнде бит. Район управала­ ры, профсоюздар, эшселәрҙең демократик ойошмалары нимә һуң ул?

— Володя, мин быларҙың бөтәһен дә аңлайым, Үҙәк Коми- теттәге иптәштәр ҙә аңлайҙар, мин инде партияның район ко- митеттәре, айырыуса Выборг, Нарва районы комитеттәре, ту­ раһында әйтеп тә тормайым, улар һинең позицияны тулыһын­ са уртаҡлашалар. Ләкин Каменев һәм уның ишеләр һәр нәмәгә һылтау табырға тырышалар. Нимә эшләргә кәрәклекте 113
Закрыть