Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 111.

— Тауыҡ алып килгәйнем, тик белмәйем, тереме икән* тауыҡ аҫтында — йомортҡа булыр.

Ул сумкаһынан бер төргәк газеталар, листовкалар, хаттар килтереп сығарҙы.

— Тауыҡ алтын йомортҡалар һалған икән.: I — Уҡый тор, ә мин йыуынып сығайым.

Владимир Ильич онотолоп хаттар уҡырға кереште. На­ дежда Константиновна ванныйға инеп китте. Ҡулдарын һа­ бынланы, үҙе һаман уйланды — бөгөн үк әйтергәме, әллә иртәгә тиклем өндәшмәй торорғамы? Эгоизм өсөн үҙен шел­ тәләп тә алды. Юҡ, хәҙер үк әйтергә кәрәк. Ул көрһөндө. Сираттағы конспиратив квартираға килгән һайын, ниңә һәр саҡ мин уның кәйефен ҡырырға тейешмен икән? Шундай хәтәр яңылыҡтарҙы уға хәбәр итеү ниңә минең өлөшкә генә төшә икән? 1906 йылда батша власе һине ҡулға алырға тигән бойороҡҡа ҡул ҡуйған, һиңә ашығыс рәүештә Россия- нан китергә кәрәк, тигән хәбәрҙе әйтеү өсөн Оглбюға апалы- һеңлеле Винстендәргә барҙым. Быйыл етенсе июлдә Ваҡытлы хөкүмәт һине хөкөмгә тарттырырға бойороҡ биргән тигән хәбәрҙе алып килдем, әле килтергән хәбәр ҙә бик алама.

— Йә, Надюша, һөйләп ебәр, ниҙәр бар унда? — тип тү­ ҙемһеҙлек менән һорай Владимир Ильич һәм ҡыҙыҡһынып уның күҙҙәренә ҡарай.

Надежда Константиновна ла уға ҡарай. Уны әсәләрсе ихлас йыуатҡыһы, хафаланма, барыһы ла ал да гөл булыр* тип әйткеһе килә. Уның аҡылына, зиһененә иркенләп уйлар­ ға мөмкинлек биреү өсөн, бөтәһен дә тыныс, һалҡын ҡан менән хәл итеү өсөн, уның бөтә ҡайғы-хәсрәттәрен, бөтә мәшәҡәттәрен, йөрәгенең бөтә әрнеүҙәрен-һыҡрауҙарын ҡы­ уанып үҙ өҫтөнә алыр ине лә бит. Ләкин үҙең хеҙмәт иткән эшкә бөтә күңелеңде бирмәй тороп, бөтәһен дә теп-теүәл генә иҫәпләргә, һалҡын ғына хәл итергә мөмкин түгелдер шул.

— Үҙәк Комитеттә минең хаттарҙы алдылармы? — тип Владимир Ильич түҙемһеҙләнеп һораны.

— Алдылар, мин уларҙың күсермәһен дә алдым.

— Уларҙы Мәскәү һәм Петроград комитет’гэренэ ебәрҙе­ ләрме?

— Юҡ.

— Үҙәк Комитеттә хаттарҙы тикшерҙеләрме?

— Тикшерҙеләр. Йәнә бер тапҡыр тикшерәсәктәр. Кво­ рум булманы тиҙәр.

— Моғайын, Каменев ҡаршы сыҡҡандыр?

— Эйе.

112
Закрыть