Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 110.

19. «ЯҠ ЛАП» ҺӘМ «ҠАРШЫ» Гельсингфорс та күренде. Поезд запас юлға килеп туҡ­ таны. һалдаттар вагондан һикереп төштөләр. Матрос та ва­ гондан алдан сыҡты ла «әбекәй»ҙең ҡулынан тотоп ҡына баҫҡыстан төшөргә ярҙамлашты.

— hay булығыҙ, әсәкәй, — тип ҡысҡырып әйтте ул, На­ дежда Константиновнаның ҡулын ныҡ итеп ҡыҫты.

Бараһы урынға хәҙер аҙашмайынса ғына барып етергә ине. Надежда Константиновна Гельсингфорстың һил урам­ дары буйлап атлай. Бик иртә әле. Был таҙа ҡаланы хатта һуғыш та бысрата алмаған. Тротуарҙар тирәһендә йондоҙ сәскәләр һибелеп үҫкән. «Вокзалдан һулға табан китергә», — тип Надежда Константиновна Ильич һыҙып ебәргән планды хәтеренә төшөрә. Уңдан өсөнсө урам, унан ары туп-тура ба­ рырға ла яңынан уңға боролорға. Тик бына хәҙер ҡайһы яҡҡа барырға һуң? Пландың бер өлөшө утта янғайны бит. Ошо тирәлә генә Хаген майҙаны булырға тейеш шикелле. Надежда Константиновна урам ҡыҙырып йөрөй торғас, аҙашты, ахы­ ры... Лизанкату — был урамда булды шикелле. Асығыуҙан хәле бөткән тауыҡ та инде ҡытҡылдамай. Ахыр сиктә Ха­ ген майҙаны, 22-се йорт. Хәҙер тиҙ генә бишенсе ҡатҡа кү­ тәрелергә кәрәк. Ҡара юбкаһының итәген бөрөп тотоп, На­ дежда Константиновна өҫкө ҡатҡа менә. Шылтырата — бер- мке, бер-ике, бер-ике.

— Вэм әр дет? — тип шведсә һорағандары ишетелде.

— Был мин, был мин, — тип бышылдап ҡына өндәшә ул, ирендәрен ишек яңағына уҡ яҡын килтереп.

Ишек асылды.

— Надюша! Бигерәк көттөрҙөң бит!

— Мин Надюша түгел, ә Агаша, Агафья Атаманова булам, — ти Надежда Константиновна, көлөмһөрәп, һәм, ус­ тарын иренең яңаҡтарына ҡуйып, уның йөҙөнә мөлдөрәп ҡарай. Арыған, әммә күҙҙәрендә түҙемһеҙлек һәм көтөп алыу һөйөнөсө, һәр кемдә лә була торған ябай шатлыҡ ялҡындары яна ине. Ифрат һағынған.

— Ярай, Агаша икәнһең, Агаша бул. Мин һине кисә кис үк көткәйнем. Һин миңә бик кәрәкһең!

— Мин һалдаттар эшелоны менән киддем, поезд яй ғына йөрөһә лә, унда алған тәьҫораттар ғәжәп ҙур булыуын һиңә нисек һөйләп бирергә, һалдаттарҙың иң күп урынында бул­ дым.

— Мин сәйнүкте ҡуяйым әле. Нимәләр алып килдең миңә?

ш
Закрыть