— Мин әҙер! — тип яуап бирҙе лә Рахья ышаныслы итеп: кеҫәләренә һуҡҡылап алды — уның һәр кеҫәһендә ҡоролған револьвер бар ине.
Емельянов алдан китте. Владимир Ильич, кепкаһын маң лайына уҡ төшөрөп кейеп, паригенең бөҙрәләрен һыйпай-һый- пай, уның артынан эйәрҙе.
Рахья менән Шотман Владимир Ильич артынан кем ба рырға тейешлеге хаҡында бәхәсләшеп алдылар.
— Һин насар күрәһең, артта тороп ҡалыуың бар, — тине Рахья ҡәтғи рәүештә. — Мин иң арттан барам. Ильичте һаҡ лау бурысы миңә йөкләтелгән.
Шотман яурынын һикертеп ҡуйҙы.
— Күҙ көндөҙ кәрәк бит, ә төндә ҡолаҡ. Мин бик яҡшы ишетәм, ҡолаҡтарым минең күҙҙәремде алмаштыра ала.
— Беҙҙең походта иң мөһиме — ҡорал, — тип ҡырт киҫеп яуап бирҙе уға үҙһүҙле Рахья.
2. ЙОНДОҘҘАР ЮҒАЛДЫ Бер-бер артлы теҙелешеп барҙылар. Күл буйына еткәсг„ уңға боролдолар.
Владимир Ильич һығылып ултырған миләш ботағын ситкә» этәреп ҡуйҙы, ҡараңғыла сөм-ҡара булып күренгән һалҡын,, еүеш бер нисә тәлгәш миләште өҙөп алды ла кеҫәһенә һалды..
Ҡуйы томан ҡаплаған тынлыҡты күлдә ара-тирә ҙур ба лыҡ ҡарпыуы ғына боҙоп ҡуя ине. Урман тып-тын. Ҡоштар ҙа өнһөҙ ҡалған.
Улар шул рәүешле күл буйлап өс саҡрым самаһы барҙы лар. Юл ҡапыл ғына урман төпкөлөнә боролдо, аҡрынлап тарая-тарая, саҡ-саҡ ҡына беленерлек һуҡмаҡҡа әйләнде. Бө төнләй ҡараңғыланды. Баш осонда ерек ботаҡтары сырмалып тора, ҡытыршы япраҡтар биткә килеп бәрелә. Ямғырҙап епшегән ер аяҡ баҫҡан һайын лысҡылдай.
Ел иҫә, ағас сатырҙары сайҡала, ошо мәлдә күләүектәрҙә саҡ-саҡ күренгән йондоҙҙары менән тоноҡ күк көмбәҙе сағы лып китә, ҡарағайҙар ялбыр баштарын һыуға эйгәндәр, ә уларҙың олондары күккә олғашҡан кеүек, күләүектәр төпһөҙ, күлдәр кеүек күренә.
Ләкин бына ҡарағайҙар, артабан барырға баҙнат итмәгән дәй, ҡапыл артҡа сигенделәр, тәпәш ҡыуаҡтар араһынан ҡарағусҡыл һыу ялтырап күренде — алда ятҡан йылға юл ды бүлде. « — Был Ҡара йылға, — тип бышылданы Емельянов, — бында һай ул, йөк тейәгән аттар ҙа кисеүҙән сыға алалар* 12