Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 109.

— Улай уҡ тип әйтеп булмай әлегә, — тине матрос. — Хәҙергә власть беҙҙең ҡулда түгел, икенсе корниловтар табы­ лыр, быныһының да төрмәнән сығыуы ихтимал. Беләһегеҙме, Сашка Керенский теге Корниловты төрмәлә нисегерәк тота?

— Белгәс ни, һөйләп ебәр әйҙә.

— Әлеге Корнилов үҙенең штабы менән гауптвахтала ул­ тыра. Гауптвахта ла бынамын тигән, бәрхәт келәмдәр, семәрле мебелдәр. Ғали йәнәп Корнилов купец бисәһе шикелле мамыҡ яҫтыҡта ғына рәхәтләнеп йоҡлай. Иртәнсәк уға кофе килте­ рәләр...

— Төшкө ашҡа, моғайын, сусҡа ите менән кәбеҫтә ашы бирәләрҙер, — тип көрһөнөп ҡуйҙы ҡарт һалдат, төкөрөгөн йотоп, шул ваҡыт уның эйәк аҫтындағы осло күмәгәйе хәрә­ кәтләнеп ҡуйҙы.

— Ул гауптвахтала музыка уйнаталармы? —тип һораны йәш һалдат.

— Әлбиттә, музыка бар. Бөтә нәмә һалдат гауптвахтаһын- дағы шикелле.

Матростың һүҙҙәрен күмәк көлөү тауыштары күмде.

— Әй-ҙә-геҙ, егеттәр, үҙебеҙҙең һалдат йырын йырлайыҡ, — тине матрос һәм үҙе аҡрын ғына һуҙып ебәрҙе: Бойороҡ бер: Бөтәбеҙ бер булып, Ер өсөн инергә яуҙарға!, Ьалдаттар дәррәү күтәреп алдылар: Ер өсөн?

Кемдеке?

Билдәле — Помещик ерҙәрен дауларға.

Йыр уларҙың уй-фекерҙәрен бергә тупланы, һалдаттар үҙҙәренең һағыштарын да, асыуҙарын да, ынтылыштарын да юшо йырға ҡушып йырланы: Һуғышҡа инергә бойороҡ бирҙеләр, «Йәшәһен азатлыҡ!» — тинеләр.

Азатлыҡ?

Кемдеке?

Әйтелмәгән, Әммә халыҡтыҡы түгел шул.

Милләттәр союзын яҡлап беҙ тейешбеҙ һуғыш уттарына инергә, Ләкин кемдең ассигнацияһы өсөн — Кәрәк ине шуны белергә.

110
Закрыть