Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 108.

үҙе вагондың икенсе осона ҡарт һалдаттың ҡайһылайыраҡ итеп үҙ генералдарын дөмбәҫләүе тураһында һөйләгәнен тың­ ларға китте.

— Бөтәһе лә бик ябай ғына, тейешенсә генә булды, — тип һөйләй һалдат. — Беҙҙең Ефимов килде л ә: ревком корпус ко- мандующийе генерал Орановский менән уның штабын ҡулға алды, тине. Корниловсылар улар. Выборг гарнизоны командо- ваниеһе лә Корнилов менән бер һүҙле һәм улар барыһы берлә­ шеп Питерҙе немецтәргә бирергә йыйынғандар. Йән аямай һу­ ғыштыҡ, бала-сағаларыбыҙҙы, ҡатындарыбыҙҙы ҡалдырып киттек, ер-һыуҙарыбыҙҙы етем иттек, тибеҙ беҙ, быларҙың бө­ тәһен дә немецтәргә бирер өсөн эшләнекме ни? Питерҙе немец­ тар ҡулына бирергәме? Корниловтың нисек итеп болыневик- тәрҙе аҫыуын ҡарап ултырырғамы? Бөтәбеҙ ҙә ярһыныҡ. Юҡ инде, тибеҙ, уныһы барып сыҡмаҫ. Кемдең команда биргәнен дә хәтерләмәйем, бәлки, берәү ҙә команда ла бирмәгәндер, йө­ рәк кенә шулай ҡушҡандыр. Пирамидаларҙан мылтыҡтары­ быҙҙы алдыҡ та гарнизон штабына юнәлдек. Часовойҙы ҡы­ уып, ишектәрҙе шар асып ебәрҙек, ә генералдар менән полков- никтәр рәхәтләнеп папирос көйрәтәләр, үҙҙәре беҙҙе нисегерәк немецтәргә һатырға, нисегерәк аҫырға, тип кәңәшләшеп улты­ ралар. «Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ!» — тинек тә уларға винтов­ каларыбыҙҙы тоҫҡаныҡ. Генерал өҫтәл артынан тороп аяғүрә баҫты, ҡаты асыуынан йөҙө шул тиклем ныҡ ҡыҙарҙы, ә һа­ ҡалы тағы ла ағарып киткәндәй булды. «Нисек һеҙ бында рөхсәтһеҙ инергә баҙнат иттегеҙ», — ти был беҙгә. Беҙ уға: «Ә һин Корнилов менән бер һүҙле булып,, Питерҙе немецтәргә бирергә ҡарар иткәндә, беҙҙең менән кәңәшләштеңме, беҙҙең йәнебеҙҙе күпмегә һатырға икәнде беҙҙән һораныңмы?» — тип яуап ҡайтарабыҙ. Ул кобураһына ғына һонолдо, ә Ефимов уның ап-аҡ ҡулдарынан шаҡарып тотоп алды. Беҙ штыктары­ быҙҙы генерал менән полковниктәргә терәнек. Генерал теле­ фонға ынтылды, ә беҙҙең Иванов күптән телефон төбөнә барып баҫҡайны инде. «Бунт! — тип аҡыра генерал. — Таралышы­ ғы ҙ!»— тип һөрән һала, полковник меҫкендәр бөтөнләй телдән ҡалдылар. «Бөтәгеҙҙе лә ҡоторған эттәрҙе атҡан ши­ келле атып үлтерәсәкмен!»— тип янай генерал. «Өлгөрә ал­ маҫһың!» — тибеҙ беҙ. Уларҙың бөтәһен дә штабтан алып сыҡ­ тыҡ та Морской канал эргәһенә килтерҙек һәм, ҡоторған эт көсөктәре кеүек итеп, үҙҙәрен каналға ырғыттыҡ. Күрше час- тәге һалдаттар ҙа бунт күтәргәндәр, гауптвахтаға инеп, Ора- новскийҙе һәм уның шайкаһын каналға һыуға ырғытҡандар.

— Дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Тимәк, корниловщинаны дөмөктөр­ ҙөгөҙ!

109'
Закрыть