Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 107.

мы? — тип һораны ул Надежда Константиновна эргәһендә ултырған һалдаттан.

— Юҡ, исеме генә шунда, — тине һалдат.

— Бына шул-шул! Һинең үҙ ереңде һөрөргә хаҡың бармы? Һин үҙ-үҙеңә хужамы? Кем өсөн һуғышаһың? Элек батша һәм байҙар өсөн һуғышҡан булһаң, хәҙер Керенский һәм шул уҡ байҙар өсөн һуғышаһың. Үҙ яҙмышың өсөн башыңды һала­ һыңмы ни?

— Һин үҙ йәнең өсөн генә дерелдәйһең, тыуған ил тура­ һында уйлап та ҡарамайһың, бер һүҙ менән әйткәндә — һин большевик. Кем фронтҡа барырға ҡурҡа, ана шул болыне- виклеккә яҙыла, — тигән мәсхәрәле тауыш яңынан яңғыраны үрге һәндерәнән.

— Нимә һөйләгәнеңде беләһеңме һин? — Матрос бушла­ тын елбәгәй асып ебәрҙе. Тельняшкаһында ике Георгий тәреһе ялтырап китте. — Ҡурҡаҡ, тиһеңме?

Бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Һалдаттарҙың матрос яҡлы бу­ лыуҙары һиҙелеп тора.

Поезд станцияға килеп туҡтаны. Надежда Константиновна башын күтәрҙе. Уның бик тә әлеге матростың йөҙөнә ҡарағы­ һы, уның төҫөн иҫендә ҡалдырғыһы килде.

Матростың бескозыркаһы соңҡаһында уҡ тора, аҡһыл сәс өлтөгө маңлайына төшкән. Был матрос, уның төпкәрәк батҡан* шул уҡ ваҡытта шаян күҙҙәре Надежда Константиновнаға ниңәлер таныш һымаҡ тойолдо.

Матрос тынып ҡалды, нимәнелер хәтерләргә тырышҡандай,, ҡуйы тәмәке төтөнөн ҡулы менән ҡыуа-ҡыуа, ул Надежда Константиновнаның йөҙөнә текләп ҡарап торҙо.

Әллә ысынлап та Романмы? Бишенсе йылғы революция көндәрендә партия элемтәсеһе булған теге Питер малайы-ҡар- сығамы? Танынымы икән ни? Надежда Константиновна ба­ шын яңынан таяҡ тотҡан ҡулдары өҫтөнә һалды. Бөтә ҡиә­ фәте менән ул үҙен танытмаҫҡа тырышты һәм танырға ярама­ ғанлығын аңлатырға теләне.

Һалдаттар, котелоктарын шалтыр-шолтор килтереп, теп­ лушкаға инделәр.

— Әбекәй, — тип Надежда Константиновнаға терһәге ме­ нән төрттө йәнәшәһендә ултырған һалдат, — бәлки, сәй эскегеҙ: киләлер? Минең бер шаҡмаҡ шәкәрем дә бар.

Романдың тауышы вагондың икенсе башында ишетелә* уның тауышы айырыуса сағыу һәм шат ине.

Надежда Константиновна ҡыҙыу һалдат кружкаһынан саҡ-саҡ ҡына уртлап сәй эсте. Күршеһендә ултырған йәш һал­ дат бер киҫәк икмәк һындырып алды ла «әбекәй»гә һуҙҙы* 108
Закрыть