— Йә, аллаға шөкөр, — тип ҡыуанып, иркен тын алып ҡуйҙы Надежда Кондратьевна. — Ошолай һалҡын ҡаршыла- уым өсөн ғәфү итегеҙ инде, һеҙҙе бер ваҡытта ла күргәнем юҡ бит минең. Ғәфү итегеҙ, зинһар. Хәҙер сәй әҙерләйем.
— Кәрәкмәй, мәшәҡәтләнмәгеҙ, — тип икеһе лә сәй эсергә теләмәүҙәрен белдерҙеләр. — Беҙ эш менән генә килдек.
— Миңә Финляндияға барып ҡайтырға ине, Ильич саҡы ра, — тип аңлатты Надежда Константиновна. — Бына һеҙгә килдем инде. Сик аша үтеү өсөн пропуск кәрәк. Пропуск та бырға ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән?
Николай Александрович ҡатынына ҡарап: — Әгәр ҙә беҙ Надежда Константиновнаны Агафья апай ҙың документтәре менән оҙатһаҡ, нисек булыр икән, һин был хаҡта нимә уйлайһың? — тине.
Надежда Кондратьевна көлөп ебәрҙе: — Ул етмешкә етеп килгән ҡарсыҡ ине бит.
— Ә грим ни өсөн? — тип ҡаршы төштө тәжрибәле Нико лай Александрович.
— Бынан ике аҙна ғына элек беҙҙең Агафья Атаманова апайыбыҙ донъя ҡуйҙы. Уның паспортын полицияға тапшы рырға ла өлгөрмәнек әле. — Надежда Кондратьевна комод тартмаһынан һорғолт тышлы кенәгә килтереп сығарҙы. Фото графиянан ҡара яулыҡ бәйләгән, биттәре йыйырсыҡланған ҡарт ҡатын ҡарап тора ине. — Уның юбкалары ла, кофтала ры ла, яулығы ла беҙҙә һаҡлана әле. Беҙҙе йәһәт кенә кейенде рә лә алабыҙ.
— Уның документтәре менән һеҙгә, Сестрорецк заводы эш сеһе тип, сик аша сығыу өсөн пропускыны һис бер икеләнеү һеҙ бирәсәктәр, — тип әйтеп ҡуйҙы Емельянов.
Бер нисә минуттан йоҡо бүлмәһенән киң оҙон юбка кейгән Надежда Константиновна килеп сыҡты. Бумазыйҙан тегелгән ҡарсыҡтар кофтаһы уның буй-һынын олоғайтып күрһәтә. Ҡа шына уҡ төшөрөп бәйләгән кешмир яулыҡ та уның йөҙөн бө төнләй үҙгәрткән.
— Битегеҙгә ҡәләм менән йыйырсыҡтар яһағыҙ, ҡулығыҙ ға сумка тотоғоҙ ҙа барығыҙ, — тине Николай Александрович.
Широкая урамындағы Елизаровтар квартираһында кисен аҙаҡҡы репетиция үткәрелде. Надежда Константиновна яу лыҡ бәйләргә, ҡарсыҡтар һымаҡ атлап йөрөргә, ҡалтырауыҡ лыраҡ тауыш менән һөйләшергә өйрәнде.
— Ҡара уны, аштырып ебәрмә, — тип иҫкәртте Мария Ильинична, һөйөклө Надюшаһының маскарадынан һындары ҡатҡансы көлөп.
105