— Һеҙ Надежда Кондратьевна булаһығыҙмы? — тип һора ны йәшерәге һәм ҡуңыр йөҙлөһө.
— Эйе, — тине Надежда Кондратьевна аптырабыраҡ, ҡул дарын алъяпҡысына һөртә-һөртә. Ул ҡунаҡтарҙы өйгә инергә саҡырҙы.
— Мин Надежда Константиновна булам.
— Ә мин — Мария Ильинична.
Надежда Кондратьевнаның ҡаштары ла ҡыбырҙаманы.
— Һеҙҙең исемдәрегеҙ миңә таныш түгел. Әгәр ҙә һеҙгә Николай Александрович кәрәкһә, ошонда уны саҡ ҡына кө төп ултырығыҙ. — Ул ҡунаҡтар алдына тәрилкә менән слива килтереп ҡуйҙы ла: — Һыйлана тороғоҙ, — тине, үҙе, кухнягә сығып, баяғы бәшмәктәрҙе епкә теҙергә кереште, ә йөрәге аты лып сығырҙай булып тибә.
«Ысынлап та былар Ильичтең ҡатыны менән һеңлеһеме икән? — тип уйланы Надежда Кондратьевна. — Бәлки, юра мал ғына үҙҙәрен шулай таныталарҙыр? Юҡ, әлбиттә, ту л ар ҙыр. Владимир Ильич ғаиләбеҙҙә иң көләкәсе һеңлем Маняша тигәйне бит. Ана, үҙе нисегерәк яңғыратып көлә. Минең ҡа тынымдың да исеме Надежда, ул һоро зәңгәр күҙле, «Нитер» күҙле тип тә һөйләгәйне».
— Надежда Кондратьевна, бәлки, һеҙ шикләнәһегеҙҙер? — тип һораны бүлмәнән башын тығып, үҙен Мария Ильинична тип таныштырған ҡара сәсле көләкәс ҡатын. — Ышанмаһа ғыҙ, беҙ һеҙгә документтәребеҙҙе күрһәтәбеҙ.
— Документтәрегеҙ кәрәкмәй миңә, — тип яуап ҡайтарҙы Надежда Кондратьевна, мөмкин тиклем вайымһыҙ булырға тырышып, ә үҙе күңеле менән уларҙың Ильичтең яҡын, ҡә ҙерле кешеләре икәнен тоя ине инде. Уларҙы шулай шикләнеп, һалҡын ҡаршы алыу һис кенә лә килешмәй, әлбиттә. Ләкин, ни хәл итәһең, һүҙ Ильичтең яҙмышы хаҡында барғас, башҡа са сара юҡ, — тип уйланы ул эстән генә. — Ана, Николай Александрович үҙе лә ҡайтып килә, — тине ул, иренең таныш аяҡ тауыштарын ишетеп.
Николай Александрович ишекте ҙур итеп асып инде.
— Һиңә ҡунаҡтар килде, — тип иренә хәбәр итергә ашыҡ ты Надежда Кондратьевна, күҙҙәре менән ишек яғына күрһә теп.
Николай Александрович бүлмәгә ҡараны.
— Бына һиңә кәрәк булһа, ниндәй елдәр ташланы? Надеж да Константиновна! Мария Ильинична! — Шунан ҡатынына ҡарап: — Надежда! Ни эшләп һин ҡәҙерле ҡунаҡтарға сәй эсермәйһең? — тине.
104