Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 101.

Алты аҙна буйына көн һайын уҡығанда наҙанлыҡты бөтөрөн була. Ә бының өсөн ваҡытты ҡайҙан табырға? Эшләргә лә,, балалар ҡарарға ла, сиратта торорға ла өлгөрөргә кәрәк бит. Уҡырға-яҙырға эш ваҡытында өйрәтергә кәрәк. Был мәсьә­ ләне район управаһы ултырышына ҡуйыу дөрөҫ булыр. Вы­ борг районы — Петроградтағы болыпевиктәр утрауы, бында управа ла болыпевиктәр управаһы. Эшсе ҡатын-ҡыҙҙарға на­ ҙанлыҡты бөтөрөү өсөн көнөнә ике сәғәт ваҡыт бүлергә иптәштәр, моғайын, мөмкинселек табырҙар әле. Хәҙер сен­ тябрь. Ноябргә районда бер генә уҡый-яҙа белмәгән эшсе ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡалмауына ирешергә тейешбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар- ҙың береһе лә наҙан ҡалмаһын...

Надежда Константиновна йылмая-йылмая Широкая ура­ мы буйлап атлап бара. Уның теләген Ильич хуплаясаҡ. Уның менән ҡайһылай итеп кенә күрешергә лә, йәнле тәьҫораттар хаҡында һөйләп бирергә икән, Үҙәк Комитеттең кисәге ултырышы хаҡында ла әйтергә тура килер инде. Кис шикһеҙ һөйләргә кәрәк. Тик ул саҡырылмайынса Гельсинг- форсҡа бара алмай, әммә ниндәй юл менән булһа ла осра­ шырға кәрәк.

Өйгә етәрәк ул квартирала ут янғанын күрҙе, тимәк, бө­ тәһе лә йыйылған, киске ашҡа уны көтәләр.

Ул үҙенең асҡысы менән ишекте асты ла ауырһынып ҡына пальтоһын элеп ҡуйҙы. Уға ҡаршы ҡулына конверт тотҡан Мария Ильинична ашығып килде.

Ильичтәнме икән?

— Надюша, һиңә хaт, ике ҡатлы текст менән, йәшерен яҙыу менән яҙылған ахыры.

Шунда уҡ уның арығандары онотолдо. Конвертте асты. Үҙгәртеберәк яҙһа ла, яҙыу уныҡы, Ильичтеке. Ул алыҫ ҡәр­ ҙәше булып яҙа, баҙарҙа картуфтың, кәбеҫтәнең хаҡы күпме булыуын хәбәр итә. Был — яҙыу араларында йәшерен яҙыу барлығын аңлатҡан сигнал ине, хатты йылытырға кә­ рәк. Кухнялә самауыр боҫорап ҡайнап ултыра.

Надежда Константиновна ҡабаланып кухнягә килеп инде, самауыр торбаһын алып ҡағыҙ битен һаҡлыҡ менән генә зәңгәрһыу ялҡын өҫтөнә тотто. Бына ҡара менән яҙыл­ ған юлдар араһынан йәшерен яҙыу хасил булды. «Ҡәҙерле Надюша!» Ул уның ашығыс рәүештә килеүен үтенгән... Иф­ рат һағынған. Көйләшер һүҙҙәре күп. Гельсингфорс вокза­ лынан нисек барырға икәнлеген дә бәйнә-бәйнә яҙған, арта­ бан урам исемдәре менән ап-асыҡ итеп һыҙылған план. Берәүҙән дә һорашып тормаҫҡа мөмкин. Лизанкату... Алек- сандринкату... Хаген паркын уратып үтергә... Надежда Кон- 102
Закрыть