Зоя Воскресенская - Тәүге иртә. Тәрж. Маһиҙә Игебаева. - Өфө, 1978. - 168 бит. Страница 100.

Кешеләр күңелһеҙ генә көлөшөп ҡуялар.

Надежда Константиновна туҡтап ҡалды.

Халыҡтың ләғнәт төшкән тормошҡа, йотлоҡҡа, һуғышҡа ҡаршы аһ-зарҙары тышҡа бәреп сыҡҡан, ҡайҙа ҡарама һыҡ­ тау ауаздары ишетелә.

— Әгәр ҙә мәгәр ошо һуғыш өсөн кем ғәйепле икәнен белһәм, ғүмеремде лә аяп тормаҫ инем, шул мәлғүнде үҙ ҡулдарым менән быуып үлтерер инем! — тип нәфрәтләнеп ҡысҡырҙы яулығын күҙенә үк төшөрөп бәйләгән бер ҡатын.

— Кем ғәйепле булһын? Әлеге шул болыпевиктәр! Улар Россияны немецтәргә һатты, — тип сыйылданы уның йәнә­ шәһендә баҫып торған һөмһөҙ ҡатын.

Надежда Константиновна күңеленән генә һыҡрап ҡуйҙы. Йонсоған, асыулы ҡатындарға әллә нәмәләр аңлатҡыһы килде уның. Әммә өндәшмәне. Большевиктәргә сиратта то­ роусы кешеләр араһында ла эш алып барырға кәрәк икән тип уйланы ул. Был ҡатын-ҡыҙҙар үҙ яндарында ғына улар­ ҙың тормошон яҡшыртыу, балаларына түләүһеҙ ашханалар булдырыу, балалар баҡсалары ойоштороу өсөн күпме көс, күпме хеҙмәт һалып, ал-ял белмәй эшләүсе кеше баҫып торо­ уын белмәйҙәр ине шул. Уҙған аҙнала ул Дурново дачаһы өсөн ныҡ ҡына ҡыйталашты һәм еңеп сыҡты, батша минис- тренең гүзәл баҡсаһы балаларға бүләк итеп бирелде.

Выборг район управаһының культура-ағартыу бүлеге мө­ дире Надежда Константиновна Крупская иртәнән төнгә тик­ лем әштә була. Бөгөн дә төнгә хәтле счет төймәләрен тартып, һаңдар теҙмәһе яҙып ултырҙы, һөҙөмтә бик насар: Выборг районының туҡыу фабрикаларында ғына ла уҡый-яҙа бел­ мәүсе ҡатын-ҡыҙҙар Һаны һигеҙ мең самаһы. Ул һығымта сығарҙы ла уйға ҡалды. Владимир Ильич менән эмиграцияла йәшәгән саҡта бер немец социал-демократкаһы менән булған әңгәмә хәтеренә төштө. Был социал-демократка ниңәлер Вла­ димир Ильичкә: болыпевиктәр еңгәс, уларға еңел буласаҡ, сөнки Россияла эшселәрҙең күбеһе уҡый-яҙа белмәй, шуға күрә улар араһында эш алып барыу ҙа анһат, улар, социал- килешеүсе матбуғат тарафынан боҙолған герман эшселәре ши­ келле, уң социал-демократтар тарафынан боҙолмағандар, — тип әйткәйне. Владимир Ильич был бер ҡатлы фекер йөрөтөүгә көлгәйне. Фәҡәт уҡый-яҙа белгән, аң-белемле эшселәр генә социал-демократик идеяларҙы дөрөҫ аңлай ала. Фәҡәт уҡый- яҙа белгән эшсе ҡатын-ҡыҙҙар ғына ниндәй юлдан барырға кәрәклеген аңлаясаҡтар. Һис кисекмәҫтән уҡырға-яҙырға өйрәтергә кәрәк. Ә быны нисек эшләргә? Счет төймәләре ҡайтанан шыҡылданы, ҡайтанан һан теҙмәләре үҫеп сыҡты.

5 Заказ 241 101
Закрыть