Николай Александрович йыш ҡына йәшеренеп Владимир Ильичтең нисек эшләүен күҙәтә ине.
Бына ул көмөрәйеп төпһә өҫтөндә ултыра, эйәге уң тубы- тына тейә яҙып тора, төпһә тәпәшәк булғанлыҡтан, һул аяғын уңайһыҙ итеп бөкләгән. Ул яҙыу өҫтәле урынына ла ямғырҙан һәм оҙаҡ ятыуҙан ҡарайған, сайыры таш шикелле ҡатҡан ҡалын ҡабыҡлы ороло ҡарағай бүкәнде файҙалана.
Бүкәндә ҡатырғы папка ята, ә бүкән өҫтөндә кәбәк ҡатыш Литер икмәгенә оҡшаған һарғылт төҫтәге ҡытыршы ҡағыҙ өйөмө ялтырап күренә. Уның эргәһендә Емельяновтың кинйә ;улы Колянең түгелмәй торған ҡара һауыты һәм ағас ручкаһы. Әммә былар бөтәһе лә әле Владимир Ильич ҡулында, һәм ул, фәҡәт ул ғына, бер тинлек ҡағыҙ битен иң ҡөҙрәтле, һис ҡасан да иҫкермәй торған ҡоралға әүерелдерә ала. Ленин фекер ҙәре тигеҙ юл булып ҡағыҙ битенә төшә, хәҙер был ҡағыҙ битендәге юлдар быуаттар буйы йәшәйәсәк, миллионлаған ке шеләр өсөн икһеҙ-сикһеҙ энергия биреп тороусы илаһи кес бар унда! Николай Александрович был ҡағыҙҙы Питергә алып барыр, ул газетала баҫылып сығыр һәм иртәгеһенә үк Ленин дең фекерҙәре меңәрләгән пролетарийҙәрҙең һәм крәҫтиәндәр- ҙең байлығына әүерелер.
Бына Ильич китә...
Бында йәшәү хәүефле була башланы, бесән ваҡыты үтте, һалҡын, еүеш август төндәре етте. Икенсе, тағы ла ышаныс лыраҡ урын кәрәк.
Болыпевиктәр партияһының Үҙәк Комитете Ленин Фин- ляндияға күсергә тейеш тип ҡарар итте. Финляндия Россия составына инһә лә, уның үҙ закондары, үҙ тәртиптәре бар, Ваҡытлы хөкүмәт уның сиктәрен ихтирам итергә мәжбүр. Владимир Ильич хәҙергә Карелия муйынындағы Ялкала ауылында торасаҡ, ә аҙағыраҡ уға йәшеренеп йәшәү хәүефһе ҙерәк, Питер менән бәйләнеш тотоу уңайлыраҡ булған ҙур ҡалаға — Выборг йәки Гельсингфорсҡа күсергә тура киләсәк.
Ҡарт большевик эшсе Шотманға Гельсингфорста ышаныс лы квартира табырға ҡушылды. Лениндең ғүмерен һаҡлау бурысы Эйно Рахьяға тапшырылды, ә Николай Александрович Емельянов Владимир Ильичте ҡыуыштан урман аша тимер юл станцияһына оҙатырға тейеш. Үҙенә шундай еңел эш тап шырылыуға Николай Александрович хатта зарланып та алды. Станцияға юлды ул күҙен йомоп та таба ала. Нисә йыл йәшәй бит инде ул был яҡтарҙа!
Дөм ҡара болот ҡаплаған күл яғына ҡарап: — Йә, ҡуҙғалдыҡ! — тине Емельянов.
11