Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 72.

Бш С .С эй э р г э л и э в БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘГЕ КИҪӘКСӘЛӘР ТУРАЬЫНДА Беҙ был мөкәләлә башкорт телендәге ярҙамсы һүҙҙәрҙең бер айы­ рым төрө булған киҫәксәләргә тукталабыҙ. Киҫәксәләр — улар шул ук ярҙамсы һүҙҙәр. Улар үҙаллы һүҙҙәрҙең, һүҙ бәйләнештәрҙең мәғәнәһенә йәки тулы һөйләмдәрҙең йөкмәткеләренә өҫтәлмә мәғәнә оттеноктары биреп йөрөүсе ярҙамсы һүҙҙәр. Былай киҫәксәләрҙең башка ярҙамсы һүҙҙәр кеүек үк үҙҙәренең айырым торғанда тулы лексик мәғәнәләре булмай. Уларҙың кайһы берәүҙәре үҙаллы һүҙ формаһын һаклаһалар ҙа лексик мәғәнә йөкмәткеләрен юғалткандар. Шуның өсөн киҫәксәләр үҙҙәренең мәғәнә оттеноктарын тик һүҙ бәйләнеш йәки һөйләм составында ғына (контекста ғына) сағылдыра алалар. Киҫәксәләр ҙә теркәүес һәм послелог кеүек касандыр бер вакыт реаль лексик мәғәнәгә эйә булған үҙаллы һүҙҙәрҙән барлыкка килгәндәр. Башкорт телендәге киҫәксәләрҙең ысындан да элек үҙаллы һүҙҙәрҙән барлыкка килеүен иҫбат итер- лек факттарҙы әле лә табып була. Киҫәксәнең бер төрө булып йөрө­ гән: -дыр, -дер; -тыр, -тер; -ҙыр, -ҙер; -лыр, -лер варианттары, бил­ дәле булыуынса, элек тор, торор кылымынан яһалыуы мөмкин булған кеүек баһа, бәһә тигән киҫәксәнең дә булһа тигән кылымдан үҙгәртеп яһалғандыр тигән караштың да дөрөҫлөккә якын булыуы асык. Ләкин уларҙың күбеһе тел үҫеше тарихендәге төрлө катмарлы үҙгәрештәргә осрауҙары аркаһында тәүбаштағы һүҙ формаларында ысын мәғәнәһе менән үҙаллы һүҙҙең бер киҫәгенә генә әйләнеп калғандар. Улай ғына ла түгел, киҫәксәләр үҙҙәренең тәүбаштағы реаль лексик мәғәнәләрен дә юғалткандар. Шуның өсөн хәҙер киҫәксәләр башка үҙаллы һүҙҙәр менән бәйләнеп килгәндә генә синтаксик әһәмиәтлелеген оттенок рәүе­ шендә генә сағылдыра алалар.

Киҫәксәләр һәр бер грамматик ролдәрен башкарғанда ла башка ярҙамсыһүҙҙәргә һәр вакыт тип әйтерлек якын торалар. Мәҫәлән, -да, -дә; -та, -тә; -ҙа, -ҙә; -ла, -лә киҫәксәләренә тукталһак та, улар бер һөйләм составында к и ҫ ә к с ә функцияһын үтәп килһәләр, икенсе һөйләм составында инде шул ук к и ҫ ә к с ә һәм теркәүесе урынында ки­ леп, теркәүес функцияһын үтәп йөрөргә мөмкин: күк күкрәп, йәшен йәшнәп дауыллы болот килһә лә, ямғыр булманы (лә киҫәксә); үкыу эш уныц айырылмаҫ органик характеренә әйләнде (за һәм урынында килгән, теркәүес функцияһында).

Киҫәксәләр аффикстәр һымак үҙҙәре эйәреп килгән һүҙҙәр менән морфологик берәмек булып кушылып китмәйҙәр, ә тик үҙҙәре эйәреп килгән үҙаллы һүҙҙәрҙең мәғәнәләренә һәм тулы һөйләм йөкмәткеһенең мәғәнә оттеноктарын берәй яктан характерләп йөрөйҙәр.

72
Закрыть