Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 155.

ған. Шул кыҙҙы «Ир кыҙ», йәғни «батыр кыҙ», «кәһәрмән кыҙ» («мужественная дева») тин атағандар. Ошо йылғаны уның исеменә Ирғыҙ тип атағандар, аҙактан үҙгәртеп Ырғыҙ тип йөрөткәндәр тиҙәр.

Уларҙың был һүҙе әкиәт кенә, һис бер ниндәй нигеҙе юк. Уның русса транскрипцияһы «Иргиз» булғаны өсөн генә шулай йорап, имеш-мимеш менән һөйләйҙәр.

Ер йөҙөндәге бик күп топонимик исемдәрҙең мәғәнәләрен, ниңә шулай аталыуҙарын хәҙерге көндә белеп булмаған кеүек, Ырғъщыц да мәғәнәһен белеп булмай. Әлбиттә, бынан бик күп вакыт элек йәшәгән һәм ошо йылғаға тәү башлап исем биргән халктарҙың телен белгәндә, бәлки, ундай топонимик исемдәрҙең мәғәнәһен дә белеп булыр ине. Ләкин беҙ уларҙың телен белеүҙән мәхрүмбеҙ. Шуның өҫтөнә, күп быуаттар һуҙымында быуындан-быуынға йәки телден-телгә күсеүе аркаһында, күпселек топонимик исемдәрҙәң әйтелеш формалары ла, яҙылыш формалары ла бик нык үҙгәргән. Өҫтән, еңелдән уйлай торған күп кенә кешеләр, бына ошо әйтәлгән хәлде баштарына килтермәүҙәре аркаһында, топонимик исемдәрҙең сығышын хәҙерге телдәрҙән эҙләп, бик хата фекергә төшәләр һәм башкаларҙың да башын каңғырталар.

Дөрөҫ, топонимик исемдәр араһында хәҙерге көндә йәшәмәктә булған халк тарафынан бирелгән һәм сығышы билдәле булған яңы исемдәр бар. Күҙ бында улар тураһында бармай, бәлки хәҙерге телдәр нигеҙендә сығышын билдәләп булмай торған исемдәр хакында бара.

Ҡаҙағстанда, Арал диңгеҙенең төньяғында, русса Челкар-тенгиз исемле күлгә коя торған Ырғыҙ (Иргиз) йылғаһы бар. Бер үк исем­ дәге йылғаның унда булыуы, берҙән, бындағы башкорттарҙың юғары­ лағы әкиәтен юкка сығара, икенсенән,' аралары бик алыҫ ике йылғаның бер исем менән Ырғыҙ тип аталыуы, беҙҙе бик күп уйҙарға төшөрә һәм уларҙың араһында беҙ төшөнә алмаған ниндәйҙер уртак­ лык барлығын белдерә.

К ә р ә л е к. Куйбышев әлкәһендә Ырғыҙға коя торған бәләкәй йылғаны башкорттар кәрәлек тип атайҙар. Картала русса лееме Каралык. Кәрәлек ни тигән һүҙ тип һораһаң, уның карамалык һүҙенән үҙгәртел­ гән булырға тейешлеген һөйләйҙәр. Икенсе берәүҙәр каралык тигән һүҙҙән үҙгәртелгән тиҙәр, ләкин уның ни өсөн Ҡ аралык тип ата лыуын аңлата алмайҙар. Нәр хәлдә Кәрәлектең яҙмышы Кәмәлектец яҙмышы менән бер. Тамырында 7Гарамалык булған, аҙактан русса әйтелешенә эйәреп, Кәрәлек тип алып киткәндәр. Был инде топонимик исемдәрҙең бара-бара үҙгәреүенә тағы ла бер миҫал булып тора.

Селекле. Саратов әлкәһендә Кәмәлеккә коя торган бәләкәй йылға исеме. Карталарға Чалыкла тип яҙылған. Уның башкортса исеме нисек тип һорағас, Селекле тинеләр. Тимәк, русса әйтелеше фонетик яктан башкорт теленә якынлығы булмағас, уны үҙ телдәрендә үҙләштермә­ гәндәр, ә башкортса әйтелешендә Селекле тип калдырғандар.

РЕЗ ЮМЕ Т* Г .Б а гь ш е в НЕКОТОРЫЕ МАТЕРИАЛЫ ПО ГОВОРУ БАШКИР, ПРОЖИВАЮЩИХ В САРАТОВСКОЙ И КУЙБЫШЕВСКОЙ ОБЛАСТЯХ В 1951 г. Институт истории, языка и литературы Башкирского филиала АН СССР организовал экспедицию в башкирские селения, входящие в Саратовскую и Куйбышевскую области с целью изуче­ ния их говора (башкирские селения в Саратовской области входят 151
Закрыть