Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 149.

хәҙерҙә лө йыш осрай. Бүтән диалекттәрҙә плащка (дошдевиккә) беркетеп тегелә торған башлыкты ла көләпәрә тиҙәр.

Кө р пә тун. Карык бәрәсе тиреһенән тегелгән тун. «Көрпә тундар кейҙем, ыйығымда торманы», тиҙәр («ыйығымда торманы» тигәне аңбашымда торманы, яурынымда торманы тигән һүҙ). Был әйтем кей­ ергә теләнем, ләкин кейә алманым тигәнде белдерә).

Кү тә рмә. Аяк кейемендә русса «каблук» тип атала торған өлөштө бында шулай тиҙәр. Кеше аяғының арткы өлөшөн һәм итектең русса «задник» тигән өлөшөн үксә тиҙәр.

Кәптә. Әҙәби телдә быйма тигән оҙон куныслы аяк кейемен бында шулай атайҙар. «Ҡаҙактар уны байпак тип әйтәләр» тиҙәр.

Ҡытат. Бер карт әбей быны шулай тип аңлата: ебәктән һуғылған тукыма ине. Унан елән, казаки тегәләр, төрлө төҫтә була ине» ти. Ука катыштырылмай инеме?— тип һорауға, «юк, катыштырылмай ине» тине.

Ҡәмәр. Мәрйендәр, аҫыл таштар, укалар, тәңкәләр һ. б. менән биҙәп яһалған яҫы билбауҙы кәмәр тип атайҙар. Хәҙер ул кулланы- уҙан сыккан, булһа ла бик һирәк кешеләрҙә генә осрарға мөмкин.

Т а м а к тун. Төлкөнөң тамак (күкрәк) тәңгәлендәге тиреһенән тегелгән тун. Ғәҙәттә унан толоп тун тегәләр ине.

Хәситә. Мәсетле, Ҡыйғы райондарында әмәйҙек тип атала торған, катын-кыҙҙарға хас биҙәнәү нәмәһе, һакалдың (муйынсанын) бер төрө. Уны һакал кеүек муйынға элә торған итеп эшләмәйҙәр, бәлки оҙонса, яҫы итеп эшләйҙәр ҙә, һул як иңбаш аша уң як култык аҫтына тарттырып кейәләр.

Үҫемлек донъяһына каратылган кайһы бер терминдәр Б е ҙ е л д ә к камыш. Эсе кыуыш һәм быуынлы була, башы һоло башына окшаған, бик оҙон булып үҫә һәм утын итеп яғыла торған камышты Ырғыҙ буйы (Куйбышев әлкәһе) башкорттары шулай атайҙар. Кәмәлек буйы башкорттары уны екән тип атайҙар.

Б ү л к е. Быуынлы камыштың, көпшәнең, һаламдың һ. б. быуын төйөнөн «бүлке» тип атайҙар.

В ит л а. Русса «ветла» һүҙенән алынған; йыш осрай торған, мурт булған өсөн ситән үрергә ярамай торған бер төр талды шулай атайҙар, әҙәби телсә — ак тал.

Де г ә нә к . Был яман кый үләндең башкортса һәм русса ике исеме бар: йәш сағында әрекмен «лопух» тиҙәр, көҙ көнө емеше өлгөргәс тегәнәк «репей» тиҙәр. Бында уның исеме Дегәнәк, әрекмән терминен әйтмәйҙәр.

Екән. Набағының эсе кыуыш булмаған бер төр камышты шулай атайҙар.

Кү гән. Русса «торн» тип атала торған бер төр емеш һҫм уның ағасы бында шулай атала.

К ү к ҫәү ел. Япрактары телгеләнгән һәм күк төҫтә була торған, тубылғыға окшаған тәпәш кыуаклык. Уның икенсе исеме сағыр.

Ҡамыш. Набағының эсе кыуыш була торған бер төр камышты шулай атайҙар.

Ҡу ғ а . «Эсе кыуыш булмай, беҙҙә һирәк үҫә торған бер төрлө камыш» тип аңлаталар. Русса «рогоз, чакан, куга» тип атала торған камыш булырға тейеш.

Ҡ у п а л ы к . Һыу буйында камыш үҫә торған урынды бында шулай атайҙар. Әҙәби тел өсөн был да яңы һүҙ. В. В. Радлов һүҙлегендә копо һәм копа һүҙҙәрен «күл ситендә үҫкән камыш» тип һәм «камыш үҫкән күл» тип аңлата. Был һүҙҙәр каҙак теле һүҙҙәре ти. Тимәк, Ю Вопросы башкирской филологии 145
Закрыть