Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 147.

файҙаланғандар. Бындай һауыттың дөмбәй йеки думбай тигән исеме бар. Ләкин ботлок менән дөмбәй араһында ниндәй айырма булыуын, әйтә алманылар.

Б ә ш к ү н ә к . Йылкының баш йәки муйын тиреһенән яһалған һауыт. «Уны күнәк йәки тәпән һымак итеп яһайҙар ине, көрәгә итеп тә кулланалар ине» тиҙәр. Тимәк уның ауыҙын асык итеп яһағандар һәм- күнәк урынында кулланғандар. Вәшкүнәктец дөрөҫө, башкүнәк булырға тейеш. Сингармонизмгә эйәртеп, уны шулай йомшак әйткәндәр.

Көрәгә. Малдың муйын йәки башка урын тиреһенән яһалған ауыҙы асык һауыт. Ул бәшкүнәктән ҙурырак, ҫабанан бәләкәйрәк булған. Уны корға, табынға кымыҙ килтереү өсөн кулланғандар.

Ҡ у л л ы к . Малдың алғы бото тиреһенән яһалған һауыт. Уны кулсак, кулас, муртай тип тә әйтәләр. Быны йә капсык формаһында токон итеп яһағандар, ауыҙын тар ғына калдырып, уға, шешә ауыҙына тыккан кеүек, тығын тыккандар, йә көбө һымак оҙонса һауыт итеп яһағандар. Ҡуллык менән муртай араһында ниндәй айырма булыуын әйтә алманылар.

Ҫаба, һаба. Малдың кәүҙә тиреһенән яһалған ҙур һауыт. Уны. күнәк йәки сапсак һымак ауыҙын асык итеп яһағандар, уға кымыҙ һалып тоткандар. Уны турһык (турҫык) тип те атайҙар.

Т у ҫ т а ғ а н . Ағастан кырып яһалған, буяулы йәки буталлы була торған, табактан бәләкәй һауытты шулай атайҙар. Төнъяк райондарҙа уны myqmak тип атайҙар.

Тәпән. Эсе кыуыш юкә йәки уҫак ағасынан яһалған төрлө ҙурлык— тағы күнәк.

Ы жбан. Айырым такталарҙан коршап яһалған күнәк.

Эйәр өлө әштәренә каратылган терминдәр Айыл. Был һүҙҙе русса «бляха» мәғәнәһендә кулланалар. Быға карағанда әҙәби телдә русса «подпруга»ны айыл тип алыу хата була. «Подпруга»нй тарткы тип атайҙар.

К ү м е л д е р е к . Эйәрҙең алғы яғынан алдырып, аттың түше аша алғы тарткыға беркетелә торған айырым бау, ул эйәрҙе артка шыуыуҙан һаклай; русса исеме: «нагрудник».

Ҡ а н ъ я ғ а . Ҡапталдарҙың арткы яғына икешәр тарбаклы итеп тағылған нәҙек йорморо кайыш йәки бау. Ьыбай йөрөгәндә (походта) улар менән кәрәкле нәмәләрҙе (атка һоло, үҙенә кейем һ. б.). бәй­ ләйҙәр. Русса исеме: «торока».

Ҡ а п т а л . Эйәрҙә аттың аркаһына ике яклап ята торған, бер тиклем кәкере булған ике такта. Улар алғы һәм арткы каштарға беркетеләләр; русса исеме «ленчик».

Ҡаш. Эйәрҙең алғы һәм арткы яғында капталдар беркетелә торған кәкере ағастар йәки тимерҙәр. Улар кешене алға һәм артка шыуыуҙан һаклайҙар; алғы каш һәм арткы каш тип аталалар, русса исемдәре: «передняя лука», «задняя лука» или «спинка».

Ҡо й о ш кан. Эйәрҙең арткы яғынан алдырып, аттың койрок аҫтынан тарттырыла торған бау, ул эйәрҙе алға шыуыуҙан һаклай; русса исеме: «подхвостник».

Ҡ у р ж ы н . Ҡайһы бер төньяк райондарҙа артмак тип атала торған сумканы бында шулай тиҙәр. Көньяк һәм көнсығыш райондарҙа ла уның исеме куржын.

Был эйәрҙең арткы кашына элеү (артыу) өсөн яраклаштырып, күпселектә күндән тегелгән, эсенә байтак нәмә һыя торған нәмә. Элекке заманда, күпселектә һыбай йөрөгән сакта, ул һәр кемде 143-
Закрыть