Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 146.

һәр хәлдә сүгермәк һүҙе уйһыу, уйпат һүҙҙәренең синониме була ала һәм русса «котловина» ны тәржеме итеүгә һәм әҙәби телгә алыуға у уны байытыуға яраклы һүҙ.

Т о т а н а к , тапма. Көнсығыш һәм кәньяк диалекттәрҙә был ике һүҙҙең һәр кайныһын «малярия» аңын биреү өсөн кулланалар. Бындағы башкорттар тотанак һүҙен русса «опора» мәғәнәһен биреү өсөн кулланалар, ә тапма һүҙен «малярия» ны аңлатыу өсөн йөрөтәләр. Улар биҙгәк һүҙен белмәйҙәр. Был һүҙҙәр төрлө диалекттәрҙә бер формала кулланылған һүҙҙәрҙең мәғәнәләре ни дәрәжәлә төрлө булыуын күрһәтергә миҫал була алалар.

Шыжғ а т , спис кә. Башка диалекттәрҙә шырпы һәм сыйғыс "тип атала торған нәмәне бында шулай атайҙар. Был һүҙҙәр, шулай ук, башкорт теленең төрлө диалекттәрендә, бер үк нәмәнең төрлөсө аталыуына асык миҫал була алалар.

Ыйык. Көрпә тундар кейҙем, ыйығымда торманы тип әйтемләйҙәр. Шуға карағанда ыйык һүҙе башка диалекттәрҙәге яурын, иңбаш тигән һүҙҙер урынында кулланыла һәм мин уны был мәғәнәлә беренсе башлап ишетәм. Был һүҙ боронғо һүҙҙәрҙең береһе булып, ошо әйтемдә генә катып калған булыуы мөмкин. Алда көрпә тун һүҙен карағыҙ.

Йәйле һөүләү телен көн һайын иғтибер менән күҙәтеү процесендә һәм һорашып яҙып алыу нәтижәһендә, Куйбышев һәм Саратов әлкә һендәге башкорттарҙың төп һүҙлек фондын һәм һүҙлек составын сағылдырырлык бер нисә мең һүҙ һәм термин тупланды. Башта был һуҙ- ҙәрҙең бөтәһен дә әлифба тәртибенә һалып, тулы көйөнсә экспедиция мате- риалына кушымта итеп биреү күҙ алдында тотолғайны. Аҙактан был фекер­ ҙән дүндек. Сөнки әҙәби телебеҙҙең һүҙлек нормаһы, хәҙерге көндә, нигеҙҙә, калыплашкан, нығынған. Шулай булғас, әҙәби телгә һәм әҙәби тел әлкәһендә эшләүселәргә билдәле булған һүҙҙәрҙе һәм терминдәрҙе биреүҙең әһәмиәте ҙур булмаҫ тинек.

Шуның өсөн беҙ түбәндә бындағы башкорттарҙың телендәге кайһы бер үҙсәнлектәрҙе, байлыкты сағылдыра торған һәм әҙәби телде артабан үҫтереүгә, байытыуға ярҙам итә торған кайһы бер. һүҙҙәрҙе* һәм терминдәрҙе генә килтерәбеҙ. Әҙәби тел нормаһында киң кулла­ нылған һәм халк телендә булыуына шик тотолмаған һүҙҙәрҙе һәм терминдәрҙе бирмәйбеҙ.

Һауыт-Һабаға каратылған кайһы бер терминдәр Беҙ бында кулланылыуҙан сыккан, шуның өсөн исемдәре телдән төшә торған һәм тел тарихе өсөн әһәмиәте булған, күпселектә тиренән яһалған һауыт-һаба исемдәрен генә бирәбеҙ.

һәр бер халкта булған кеүек, боронғо башкорттар ҙа мал тиреһенән төрлө һауыт яһай торған булғандар. Һауыт яһау өсөн тирене айырым рәүештә эшкәрткәндәр. Шулай эшкәртелгән тирене шыры күн тип атағандар. Шыры эшләүҙе һәм унан һауыт тегеүҙе күпселектә катын-кыҙҙар башкарған.

Тире һауытты, күпселектә, кымыҙ, һыу, айран кеүек шыйык нәмәләр өсөн яһағандар. Шуның өсөн уларҙы ток кеүек токон иткән­ дәр. Бер урындан ауыҙ калдырып, уға ағастан тығынсык (тығын,, бөкө) тыға торған булғандар. Бындай һауыт нык булған, оҙакка сыҙаған, ватылмаған. Шуның менән бергә урындан-урынға күскәндә, һыбай йөрөгәндә уңайлы булған.

Б о т л о к. Малдың арткы бото тиреһенән яһалған һауыт. Был һауытты йә капсык һымак итеп яһағандар, ауыҙын тар ғына итеп, уға тығынсык тыккандар, йә оҙонса итеп яһағандар һәм көбө урынында^ 142
Закрыть