рәүештә бер һүҙҙән торған термин кулланырға тырыша. Йәғни кайыш билбау тимәйҙәр, ә биллек тиләр.
Б у ну п. Рус телендә «удод» исемле кошто беҙ әҙәби телдә бығаса һөҙһөт тип йөрөттөк, һөҙһөт термине ғәрәп һүҙе булып, беҙҙең әҙәби телгә иҫке яҙма әҙәбиәт аша алынған термин. Ул коштоң исеме кайһы бер төрки телдәрҙә (мәҫәлән, кырғыҙ телендә) упуп икәне билдәле ине. Хәҙер башкорт телендә уның исеме бупуп икәнлеге табылды.
Б ә л л ә ү е р . Бер әбей элекке биҙәү-биҙәнеү нәмәләре тураһында һүҙ барғанда бәлләүер исемле таш булыуын, уның төрле төҫтә булыуын һөйләне. В. В. Радловтың «Опыт словаря тюркских наречий» исемле һүҙлегенә мөрәжәғәт иткәс, бәлләүер һүҙенең кайһы бер төрки тел дәрҙәге биллүр һүҙенән үҙгәртелгәне һәм русса «хрусталь» булғанлығы аңлашылды.
Дөйә (төйә), к а п с а к йәки k y n c a k , нар, г е л ү к . Быға тиклем беҙ дөйәгә каратылған ике генә термин белә инек: ике үркәс леһе— дөйә, бер үркәслеһе — нар. Бындағы башкорттар телендә дөйә нең дүрт төрө һәм һәр бер төр өсөн айырым исем барлығы табылды, — нормаль ике үркәслеһе — дөйә (бындағы башкорттар телендә — төйә), ике үркәсле, ләкин үркәстәре бер—беренә якын һәм алғы үркәсе ҙур, арткыһы бәлекәй булғаны — kancak йәки kyncak; бер үркәсле һәм үркәсенә май йыйыла торғаны — нар; бер үркәсле һәм үркәсенә май йыйылмай, ә һөйәктән тора торғаны — гелүк.
Ҡу р ғ ы. Ьәр төрлө кыуак ағастар үҫә торған урынды шулай атайҙар. Был һүҙ ҙә әҙәби тел өсөн яңы.
Мөншөгөр. Русса «выпь, ухало, бугай, водяной бык» тип атала торған кошто бында мөншөгөр һәм мөшөгөр тиҙәр. Әҙәби телдә күл боғаһы тип алынған. Боронғо төрки телдәрҙә һәм хәҙәрге көндә Себерҙәге кайһы бер төрки халктар телендә боға, буға, бука русса бык «үгеҙ» тигән һүҙ. Украина телендә хәҙерге көндә үгеҙҙе бугай тиҙәр. Тимәк, украина телендә ул һүҙ төрки телдәрҙән алынған була. Башкорт телендә боға һүҙе хәҙерге көндә бары ике нәмәгә генә исем булып йөрөтөлә — береһе юғарыла әйтелгән кошка күл боғаһы тип, икенсеһе, куңыр боға тип, бер оҙон көйгә атала. Руссаға тәржемә иткәндә куцыр боға — «чернобурый бык» тигән һүҙ була. Тимәк, был һүҙ башкорт теленең бик боронғо тел икөнен һәм боға һүҙе шул ике һүҙҙә генә катып калған икәнен күрһәтә торған һүҙ. Куйбышев һәм Саратов өлкәһендәге башкорттар телендә коштоң мөншөгөр тигән икенсе исеме бар.
С у к а й т м а . Был терминде русса «бугор, бугорок» мәғәнәһендә кулланалар. Йәғни кешенең, хайуандың тәнендә һәм ер өҫтөндә бер аҙ калкып, ослайып торған урынды шулай атайҙар. Төньяк райондарҙа уны ослокай йәки сығынты тип, көньяк-көнсығыш райондарҙа түмһәләк, түмһәкәй тип атайҙар.
Сү г е рмә к , к ү л ә ү ә к . Яҙ көнө һыу тула, йәй көнө һыуы корой торған уйһыулыкты, ҙур сокорҙо бында сүгермәк тиҙәр. Ямғыр һыуы йыйыла торған вак сокорҙо күләүек тиҙәр. Күләүек әҙәби телгә билдәле булһа ла, сүгермәк билдәле түгел ине. Сүгермәк русса «котловина» ға тура килә, ә күләүек әҙәби телдә «лужа» ны тәржемә итеү өсөн йөрөтөлә. Русса-башкортса һүҙлектә беҙ «котловина»ны уйһыу, уйпат, сокорлок, котловина тип тәржемә иткәнбеҙ. Минеңсә, беҙ бында дөрөҫ тәржемә яһамағанбыҙ, халк телен өйрәнеп етмәү аркаһында шулай эшләгәнбеҙ. Бында уйһыу, уйпат икеһе бер мәғәнәлә һәм улар ^котловина» мәғәнәһен бирә алалар. Ләкин сокорлок һүҙе һис тура килмәй, ул яһалма һүҙ. Ул «котловина» мәғәнәһен бирмәй, бәлки, сокор-сакырлы урынды аңлата.
141