Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 143.

ауылында «п—т» һөйләше вәкилдәре бар. Улар б, д һәм ҙ урынына п һәм т кулланалар: барҙым урынына партым, килде урынына килте, балык урынына палык һ. б.

Был хәл телдең тотороклоғона асык дәлил булып хеҙмәт иткәнлеге үҙ-үҙенән билдәле. Бындағы башкорттар бик куп йылдар бынан эләк үҙ диалекттәренән айырылһалар ҙа, ата-бабаларының телендәге фоне­ тик үҙсәнлекте һаклағандар.

Морфология Күплек ялғауҙарын һәм әҙәби телдә -лык, -лек, -лы, -ле формаһында кабул ителгән берәр төр исем һәм сифат ялғауҙарын, система рәүе­ шендә, ике бөгөлөштә кулланалар: м, н, ц өндәренән һуң н өнөн, башка өндәрҙән һуң л өнөн кулланалар. Мәҫәлән: кемнәр, төннәр, am- лар, ағаслар; комнок, төннөк, агилык, кышлык; йәмне, таллы, ямғырлы һ. б.

ж, w, өндәренә бөткән һүҙҙәрҙә бойорок кылым ялғауын, сығанак һәм урын килеш ялғауҙарын w менән башлап кулланыусылар осрай {йәмне, кемнән, төннә һ. б.). Шуның менән бергә уларҙы дүрт бөгө­ лөшкә буйһондороп кулланыусылар ҙа осрай. Тимәк, бындай һүҙҙәр­ ҙәге ялғауҙарҙы кулланыу уларҙа төҙөк система булыу калыбынан сыккан, ләкин система булып өлгөрмәгән. Был формаларҙың кайһы күберәк кулланылыуын күҙәтеү кыйын булды.

Юғарыла әйтелгән ике төр килеш ялғауҙарынан башка бөтә килеш ялғауҙарын, система рәүешендә, дүрт бөгөлөштә йөрөтәләр.

Оло быуындар телендә башка төр ялғауҙарҙы кулланыуҙа дүрт бөгөлөш (Кыуакан диалектендәгесә) формаларын кулланыу осрай. Мә­ ҫәлән: Атынүлтереп, югәненусшап калған; Боронғолар тәҙрәгә һары н- ЪъШ куйғандар. Был хәл бындағы башкорттар араһында кыуакан диа­ лекте вәкилдәре барлығын күрһәтә һәм телдең тотороклолоғона дә­ лил була.

1934 йылда Баймак эшселәре телен өйрәнгән сакта килеш ялғауҙа­ рын төшөрөп калдырып һөйләү формалары йыш осрай ине. Шундай формаларҙы бындағы башкорттар телендә ишетеп, мин ғәжәпкә калдым. Мәҫәлән: Председатель бөгөн П ерелю б китте. А н ы менән бергә булған кешеләр. Ғөмүмән уларҙа бүтән төр ялғауҙарҙы төшөрөп йәки әҙәби телдә кабул ителгән ябай грамматик нормаға буйһонмай һөйләү йыш осрай. Был хәл Башкортостандың к ө н ь я к һәм көнсығыш райондарын­ дағы һөйләштәргә лә хас булған хәл. Мәҫәлән, бер катын икенсе бе­ рәүҙе мактап һөйләгәндә: Аракы эскән юк, тәмәке тарткан юк тип, һөйләй (эскәне, тартканы тип әйтмәй). Икенсе берәү Аттар егелгән йәки Аттарҙы ектем тип әйтер урынына Аттар еккән ти. Шулай ук Башкортостандың уртарайондарында (Архангел, Макар һ. б.) төбәү килеш ялғауҙары менән һөйләгәндә -ырға, -ергә бөтөмө менән түгел, бәлки -ыуға, -еүгә һәм маға, мәгә бөтөмө менән һөйләү система икәне беҙгә билдәле. Куйбы­ шев һәм Саратов әлкәһендә йәшәүсе башкорттар телендә был формалар йыш кулланыла. Мәҫәлән: бесән сапм ала киттеләр, урман һы рһм аға ебәрә­ ләр; миңә 50 йәш тула, налогтан һ а лы у ға тейешмен һ. б. Бындай формалар, башкорт теленең спецификаһына һәм эске үҫеш законына хас булған грамматика төҙөлөшө булыуында һис шик юк. Ләкин башкорт теленең грамматика төҙөлөшө өйрәнелмәгәнлектән, әҙәби телгә беҙ уларҙы индермәнек, һәр урында -ырға, -ергә формаһында кулланыуҙа тукталып калдык.

Хәҙер бындағы башкорттар телендә Башкортостандағы диалекттәр, теле менән уртак булған моменттәргә кайһы бер миҫалдар килтерәйек.

Бы , у, ш у. Был алмаштарҙы тамыр формаларында ла һәм тә;мыр 139
Закрыть