Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 142.

әйтелгән. 1934 йылда мин юлдан үтешләй Матрай районының көн­ байыш сигендә яткан Ҡашкат ауылына барып сыктым. Был ауыл ке­ шеләренең ырыуын һораша башлағайным, улар ырыуыбыҙ Бөрйән, ырыу башы Ярат тинеләр. Тимәк, Ырғыҙ буйы башкорттарынан беҙ­ ҙең ырыу ошо Ҡашкат ауылынан күсеп барған булып сыға».

Саратов өлкәһендәге архивтәрҙә бындағы башкортуар тураһында яҙма тарихи мәғлүмәт булманы һәм булмаҫка ла тейеш. Сөнки Октябрь революцияһына тиклем улар элекке Самар губирнаһының Николаев әйәҙе составына ингәндәр. Октябрь революцияһынан һуң 1918—1919 йылдарҙа Николаевский әйәҙен Пугачевский өйәҙ тип атайҙар. 1928 йылғы районлаштырыу вакытында Кәмәлек йылғаһы буйындағы баш­ корттар Саратов әлкәһе составына, ә Ырғыҙ йылғаһы буйындағы баш­ корттар Куйбышев әлкәһе составына ингәндәр. Шуның өсөн уларға каратылған яҙма тарихи мәғлүмәт Куйбышев архивтәрендә булырға тейеш ине.

Куйбышев калаһына килгәс архивтәрҙә каҙындым. Ил өйрәнеү му- зейендә «Список населенных пунктов Самарской губернии» тигән 1890 йылда баҫылған әҫәр табылды. Унда һәр ике әлкә башкорттары был урындарға 1797 йылда Өфө губирнаһынан күсеп килгәндәр, ә Сәҙе башкорттары (яңылар) — 1865—1868 йылдарҙа килгәндәр тип әйтелә.

Ерле һөйләү теле тураһында Бындағы башкорттар үҙҙәренә айырым диалекттә һөйләшмәйҙер. Дөйөм алғанда улар көньяк (Юрматы) диалектендә һөйләшәләр. Ләкин, юғарыла әйткәнсә, улар араһында төрлө ырыуҙар вәкиле булыу ар­ каһында, уларҙың телендә төрлө һөйләш һәм диалекет элементтәре са­ ғылышын күҙәтеп була.

Диалект булыу яғынан уларҙың теле көньяк диалекткә инә. Ләкин бында башкорт халкының берҙәм һәм дөйөм теле өҫтөнлөк итә һәм был диалектте үҙенә буйһондора.

Бындағы башкорттар телендә бер ни тиклем каҙак теле йоғонтоһо бар. Мәҫәлән, бәрән йөнөн каҙакса туклы, бәрән һарыкты кузы тиҙәр һ. б. ' фонетика Башкорт теле өсөн специфик булған һ һәм ҫ өндәрен кулланыуҙа Куйбышев һәм Саратов өлкәһендәге башкорттар икегә бүленгәндәр. Уларҙың бер төрлөһө «ҫ» һөйләшенә (Дим буйы башкорттарына) яра­ шлы рәүештә, һүҙ һәм ялғауҙар башында һәм башка урындарҙа ҫ өнөн кулланалар. Мәҫәлән: ҫьгг/, ҫг/ғьгш, ҫука, ҫары; килҫен, барҫып, калҫа; таща, akqak, mykqak һ. б. Былай һөйләшеүселәр иҫке башкорт­ тар тип аталалар.

Икенсе төрлөләре һ өнөн кулланалар. Мәҫәлән: һабан һөрөү\ акһыл һары; үтә һалкын һыу эсһәу, юпгәл алырһың һ. б. Былай һөйләшеүселәр яңы башкорттар тип аталалар. Башкорт теленә специфик булған башка өндәрҙе кулланыуҙа, был ике әлкәлә йәшәүсе башкорттарҙың теле көньяк һәм көнсығыш диалекттәрҙә, шулай ук әҙәби телдә кул­ ланыла торған фонетик норма менән берләшә. Әлбиттә, кайһы бер өн­ дәрҙе ике төрлө йөрөтөү осрай. Мәҫәлән, вакыт-вахыт, боҙ-моҙ, балтыр- балдыр һ. б. Ләкин ундай күренеш быларҙың теленә генә хас нәмә тү­ гел, бәлки һәр бер диалекттә осрай. Шуның өсөн башка өндәргә тук- талыуҙы кәрәк тапмайбыҙ.

Беҙ юғарыла Куйбышев һәм Саратов әлкәһе башкорттар араһында төрлө ырыу һәм төрлө диалект вәкилдәре булыуын әйткәйнек. Фоне­ тика яғынан алғанда бында Куйбышев өлкәһендәге Кинйәғол 138
Закрыть