Вопросы башкирской филологии - 1959. Страница 140.

СООБЩЕНИЯ Т. Г. Б а и ш е в САРАТОВ ЬЭМ КУЙБЫШЕВ ӘЛКӘҺЕНДӘ ЙӘШӘҮСЕ БАШҠОРТТАРҘЫҢ ҺӨЙЛӘШЕ БУЙЫНСА ҠАЙҺЫ БЕР МАТЕРИАЛДАР СССР Фәндәр Академияһының Башкортостан филиалы 1951 йылдың көҙөндә Саратов һәм Куйбышев әлкәләрендә йәшәүсе башкорттарҙың телен һәм фольклорын өйрәнәү өсөн ике кешенән торған экспедиция ебәргәйне.

Түбәндә ошо экспедиция материалдарынан башкорттарға һәм улар­ ҙың һөйләү теленә каратылган бүлек кыҫкартып бирелә.

Саратов өлкәһендәге башкорттар 9 ауылда йәшәйҙәр. Уларҙың ал- тыһы Перелюб районына, өсөһө Клинцовка районына карайҙар.

Куйбышев өлкәһендәге башкорттар 8 ауылда йәшәйҙәр. Уларҙың алтыһы Болыпе-Черниговка районына, икеһе Алексеевка районына ка­ райҙар.

Һәр ике өлкәләрҙәге һәр бер ауылдың тип әйтерлек, Башкортостан­ дағы бик күп ауылдарҙағы кеүек, ике исеме бар—боронғо исеме һәм һу­ ңынан бирелгән исеме. Һуңғы исемдәре, әлбиттә, официаль исемдәр һәм хәҙерге карталарҙа йөрөтөләләр, ә боронғо исемдәре һөйләү те­ лендә генә осорай. Халктың ҙур күпселеге үҙ-ара һөйләшкәндә ауыл­ дарҙы яңы йсемдәре менән түгел, бәлки боронғо, исемдәре менән атай­ ҙар, ә ситтән килгән кешеләргә аңлатканда һәр ике исемен дә әй­ тәләр.

Был өлкәләрҙәге башкорттар үҙҙәрен иҫкеләр һәм яңылар тип, икегә бүләләр. Иҫкеләр күптән бирле Кәмәлек (Камалык) һәм Ырғыз йәки Кәрәлек (Ҡарамалык) йылғалары буйында йәшәгәндәр. Яңыларҙы бында йыш „Сәҙеләр" тип атайҙар. „Сәҙеләр" тигән был яңы башкорт* тар Оло Үҙән (Большая Узень) һәм Кесе Үҙән (Малая Узень) тип атала торған, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһендәге күлдәргә барып коя торған йылғаларҙың башында йәшәгәндәр. XIX быуаттың һуңғы яртыһында ошо Кәмәлек һәм Ырғыҙ буйына күсеп ултыр- ғандар.

Иҫкеләр менән яңыларҙың телдәрендә фонетик яктан айырма бар. Иҫкеләр «ҫ» менән, яңылар «һ» менән һөйләшәлер. Тимәк, иҫ­ келәр «ҫ» һөйләше вәкилдәре, ә яңылары «һ-ҫ» һейләше вәкилдәре булалар.

Башкорттар йәшәгән ауыл исемдәре һәм йорт һандары түбәндәгесе була (137 биттә): 136
Закрыть