Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 99.

99 МАЙ ЧАПЧАҠ (гайн.) см. көбө I Күбек май бешә торған һауытты май чапчаҡ тиҙәр. С.Ф. Миржанова. МАЙ ЯҘҒЫС (арг.) см. көбө I Синәлгән һауыт-һабаны Себер баҙарында һатып алғандар. Шундайҙар араһында май яҙғыстар, ҡымыҙ яһау өсөн гөбө (көбө), һауын күнәк һ.б. булған. «Ҡурған башҡорттары». МЕЙЕСКӘ (сред.) см. көрәгә II Семәрле мейескә – резной бочонок Ҡорғаҡһыған мейескә – рассохшаяся бочка Бер мейескә асы бал – бочонок медовухи МЕШӘҮ – короб в виде сетки для сушки курута – basket in the form of a net for drying kurut Мешәү – тәргегә һалып киптереп алғандан һуң, һупалаҡланып ҡатҡан ҡоротто һалыу өсөн махсус ау төҫлө үтәләкле итеп бәйләп эшләнелгән ҡап [Башҡорт лөғәте: 1926...]. МИЗИННИК (ср.-ур.) см. мөзөнник Мизинник – төрлө ҙурлыҡтағы суйын көршәк. М. Дильмухаметов. МИС (танып., караид., гайн., ср.- ур., нижнебельск.) см. мыс Алама сапан кейгән, түше асыҡ үзбәк кескенә ишәк арҡаһына ике мис (кәзә тиреһенән яһаған һыу һауыты) һыу һалған да … һыу ташый, һыуҙың өс мисе бер шай (биш тин). А. Таһиров. Һөтлө мис – кожаный молочник с молоком МИСКӘ – бочка – barrel Бер тамсы дегет бер мискә балды боҙа. Әйтем. Тыу бейә, ҡуй-һарыҡтар салынған, көрәгә-көрәгә ҡымыҙ, мискә-мискә бал, ҡарта-ҡаҙы һәм башҡалар. Б. Бикбай. Әрәмәлектән ҡомалаҡ йый ҙа, шуны бер мискә итеп ҡайнат. Мискәгә ярты бот бал һал. Әкиәттән.
Закрыть