Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 94.

94 Оҙаҡламай ҡурҙаҡ өлгөрөр, Зөлфәр батыр йөрөткән ҡуржындарҙа тамаҡ сылатырға ла табылыр. Б. Рафиҡов. [Мәмбәт – улына]: «..Ярмаһын ҡуржынға һал», – ти. [БХИ. 7-се том, 2004]. ҠУРЙЫН I см. ҡуржын I Ҡурйын – эсенә әйбер тултырып, ат өҫтөнә һалып йөрөй торған нәмә. Аттың ике яғына һалынып тора торған яҡтары моҡсалы булып, ат арҡаһына ята – кеше ултырып йөрөй торған ере яланғас була. [Башҡорт лөғәте: 1926...]. ҠУРЙЫН II (сред., сакм., дем.) cм. турһыҡ Ҡурйын – һөт ризыҡтары һалып йөрөтә торған күн тоҡсай формалы һауыт. С. Миржанова. ҠУРМАН см. ҡорман Ҡурман – уҡ-һаҙаҡ һала торған һауыт [Башҡорт лөғәте: 1926...]. ҠОРМАН – колчан – quiver or arrow case Торҡа кейеп башыма, Ҡорман тағып билемә, Күсәм булып барына, Урҙаға мин барырмын. [БХИ. 5-се том, 2000]. ҠУҮӘТӘ (гайн., караид., танып., нижнебельск.) см. сеүәтә I Ҡуүәтә менән ҡымыҙ эсеү – пить кумыс из деревянной миски ҠУШТАБАҠ (танып., сред., гайн., дем., арг., караид., нижнебельск.) см. ҡоштабаҡ Ҡуштабаҡ – уртаса ҙурлыҡтағы ағас йә эмаль һауыт. КФ. Күк үгеҙ, алдырҙай-алдырҙай ике айырса тояғын батыра баҫып, ҡуштабаҡтай эҙ ҡалдырып, Урал өҫтөнә ҡарап сыҡҡан ине, ти. [БХИ. 7-се том, 2004].
Закрыть