Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 89.

89 һоҫҡо һөйләшендә һоҫҡоно ҡуҙһалғыс тип атайҙар. Н. Мәҡсүтова. ҠУҘЫ – лукошко – basket бер ҡуҙы еләк – лукошко ягод *ебәк ҡуҙыһы – шелковичный кокон ҠУЛА – котел – copper, the billy Әҙһәм ҡарт ҡабыҡ ҡыуыш алдында ут яғып аҫҡаҡҡа ҡула менән һыу ҡайнатып йөрөй. Ж. Кейекбаев. Аҫҡаҡҡа ҡула аҫып, Айым ут ләүкетеп ебәрҙе. Ғ. Ибраһимов. ҠУЛА БИҘРӘ – ведерко (медное или любое металлическое ведерко) – bucket Ҡоро ҡарағай ботаҡтары гөрләп янған усаҡ өҫтөнә таған ҡоролоп, уға өс ҡула биҙрә эленгән. Н. Мусин. Уртаға бүленгән бәрәңгеләрҙе ҡартәсәйем бәләкәй ҡула биҙрәгә тултырып ҡулыма тоттора ла һуҡа артынан йүгертә. Г. Яҡупова. ҠУЛАҒАҘАН – небольшой котелок с ручкой – small bowler hat with handle Сәғиҙулланың атаһы аяҡ бөкләп ултырып ҡулағаҙанда сәй ҡайната. З. Биишева. ҠУЛА КҮНӘК см. ҡула биҙрә Һарыҡташ өҫтөнә таяҡ һалып, шөңкәйтмә яһанылар ҙа, ҡула күнәкте тултырып сәй ҡайнатырға элделәр. Ғ. Ибраһимов. ҠУЛА ҠАҘАН см. ҡулағаҙан Ҡорбан ите тултырылған ҡула ҡаҙандарҙы тағараҡтарға аҫтылар, аҫтарында гөрләп ут янып
Закрыть