Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 81.

81 with carved patterns ҠАШЫҠ VII см. ҡалаҡ II Бер күнәк һыуға бер ҡашыҡ кер йыуыу порошогы һалалар. «Башҡортостан» 27.06.2017 ҠАШЫҠ-АЯҠ см. һауыт- һаба Алды-артыңды йыйып йөрө, Бала-сағаң тыйып йөрө, Ҡашыҡ-аяҡ буш килмәй, Урынына ҡуйып йөрө. [БХИ. 10-сы том, 2019]. Донъя-маҙар йыймаған, Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған, Ҡаҙан аҫып, ут яғып, Алар донъя көтмәгән [БХИ. 3-сө том, 1998]. ҠАШЫҠ-ҺАУЫТ см. һауыт-һаба Мәрзиә, ҡашыҡ-һауытты йыйып алып, күл буйына китте. Т. Килмөхәмәтов. ҠАШЫН I (дем.) – кожаная сумка (сосуд) – leather bag (vessel) Тире ҫауытты күрмәнем, тиренән йаҫалған ҡашыны ғына беләм. (ДСБЯ, 2002) ҠАШЫН II – мешок для пищи из кожи теленка, снятая с наружным покровом (шерстью) – calfskin food bag with wool, removed from the outer cover Ҡашын, кәшен – быҙау тиреһенән, йөн яғын тышҡа ҡаратып тегелгән һауыт, ҡап, тоҡсай. Күберәк саҡта икмәк һалыу өсөн ҡулланыла [Башҡорт лөғәте: 1926..]. ҠАЯҘ I – высокий берестяной короб (для сбора ягод, грибов) – high birch bark box (for picking berries, mushrooms and as travel bags) Ҡаяҙ – еләк һәм шуның төҫлө нәмәләрҙе йыйыу. Шулай уҡ, башҡа нәмәләр һалыу өсөн туҙҙан яһалған һауыт. Туйыс һымаҡ ҡапҡаслы нәмәләр «ҡаяҙ»ға кермәйҙәр [Башҡорт лөғәте: 1926 ...]. Емеш-еләк киптереү, буҙаға орлоҡ шыттырыу, ҡорот һ.б. әҙерләү һәм һаҡлау өсөн һай һауыт — туҙаяҡ, бәшмәк, еләк йыйыу, юлда йөрөтөү өсөн бейек тырыздар (ҡаяҙ) ҡулланылған. БЭ.
Закрыть