Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 79.

79 ҠАУЫРҺЫН ШЕШӘ (сред.) – пластмассовая (полимерная) бутылка – plastic (polymer) bottle Төрлө төҫтәге ҡауырһын шешәләр – разноцветные пластмассовые бутылки Ҡауырһын шешә тапшырыу – сдавать пластмассовые бутылки ҠАУРЫЙ (сред.) см. ҡауырһын Ҡаурыйҙа май һаҡлау – хранить масло в пластмассовой посуде ҠАШЫҒАЯҠ см. һауыт- һаба Әсмә кухняһында ҡашағаяҡ шалтырата башланы. Г. Яҡупова. Сығынсы ат тәртә һындыра, уңмаған ҡатын ҡашығаяҡ һындыра. Әйтем. Ҡашығаяҡ шылтыраған һайын ҡатын айырмайҙар. Мәҡәл. ҠАШАЯҠ (сред.) см. һауыт-һаба Ауылда күптән өйрәнелгән шундай бер ғәҙәт барлығын бар инде — ишле ҡунаҡҡа ҡашаяҡты күршеләрҙән йыяһың. Б. Бикбай. ҠАШЫЯҠ (караид.) см. һауыт-һаба Таҙа ҡашыяҡ – чистая посуда ҠАШЫҠ I см. ҡалаҡ I Һуғыш юлында Йәнтимерҙең тәү күргән ҡазаһы – ҡашыҡ юғалтыу булды. Тоғона әсәһе һалып ебәргән йәлпәк башлы ҡурғаш ҡашыҡ ҡыҙыл вагонға ултырған төндө үк ғәйеп булды. М. Кәрим. Көҙгө ҡатыҡ — көмөш ҡашыҡ, Яҙғы ҡатыҡ — ярыҡ ҡашыҡ, Йәйге ҡатыҡ — йәлпәк ҡашыҡ, Ҡышҡы ҡатыҡ — ҡутыр ҡашыҡ. Әйтем.
Закрыть