Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 76.

76 ҠАП V – свиток – scroll, case Бер аҙҙан Дамир ҡайтып инде. Ҡатыны алдына бер ҡап аҡ ҡағыҙ һалды. Ф. Аҡбулатова. Сәхи ағай ... шүрлеккә теҙеп һалды: сәй, шәкәр, ярма, тоҙ, шырпы, һабын, ике ҡап ҡаҙаҡ. Г. Яҡупова. ҠАП VI – чехол, футляр – case Ҡатын-ҡыҙҙың алтын һәм көмөш биҙәүестәре; ҡорал һәм ат егеү кәрәк- ярағы, тимер ҡылыс һәм хәнйәрҙәр, … алтын ҡапта ятҡан ҡайраҡ. БЭ. ҠАПҠАС – крышка – lid Силәгенә күрә ҡапҡасы. Әйтем. ҠАПЛАМА (сред.) – маленькая кастрюля; сотейник – saucepan Ҡапламала быҡтырыу – тушить в чугунном сотейнике ҠАПСЫҠ I см. тоҡ Бер ҡапсыҡ йөҙөм ҡара көрәндең һыртына килеп тә ятты. М. Кәрим. Егерме ҡапсыҡ арыш оно, һоло, ҙур ағас мискә тоҙло балыҡ, илле таҡта сәй тейәп Өмөтҡужин ҡайтып төштө. Р. Өмөбаев. *ғәйбәт ҡапсығы — сплетник *гонаһ ҡапсығы — греховодник *хыял ҡапсығы — мечтатель *таш ҡапсыҡ – тюрьма, темница ҠАПСЫҠ II см. янсыҡ II Тәфтишсе: Бишәр йөҙлөк ике ҡағыҙ аҡсаны ҡапсыҡтан сығарып, йән асыуым менән өҫтәлгә шапылдаттым. Р. Вәлиев. Аҡсаларын ҡапсыҡҡа йәшерергә теләп, үҙҙәрен дә мәңге йомоҡ аҡса ҡапсығына әйләндерҙе. «Киске Өфө», 10.12.2011
Закрыть