Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 64.

64 КҮНӘКӘЙ см. күнәсек Күнәкәй – күнәктән кесерәк ваҡ ағас һауыттар [Башҡорт лөғәте: 1926 ...]. КҮНӘСЕК I – деревянное ведерко (изготовленное из полого ствола дерева) – small wooden bucket Ҡыуыш ағастан яһалған бәләкәй күнәк күнәсек тип атала. КФ. Күнәсектә айран бар тип йөрөһәм, шыпа юҡ икән [Башҡорт лөғәте: 1926 ...]. Күнәгем эсенә күнәсегемде ултыртҡайным кипсәлде лә ҡалды. Ни алып, ни эшләп булмай [Башҡорт лөғәте: 1926 ...]. Өйҙән ҡатыҡлы күнәсек тотҡан Зариф йүгереп сыҡты. Й. Солтанов. КҮНӘСЕК II – мера объема жидкостей и сыпучих продуктов, равная от 1 до 5 л. – a measure of the volume of liquids and bulk products, equal to 1 to 5 liters. Башҡорт ҡымыҙы оло байрамдарҙа дәрәжәле ҡунаҡтарға сәскәле күнәсектәрҙә һонолған экзотик эсемлек кенә булып ҡалмаһын, ә йәйге осорҙа сихәт өсөн эсерлек ризыҡҡа әйләнһен. «Башҡортостан» 29.04.2016 Уйылдан мөгәрәпкә ҡулын тығып, ҡаймаҡ күнәсеген һәрмәп тапты. Күнәсектеге ҡаймаҡты эсә башланы. Р. Өмөтбаев. КҮНӘК-ЯНТАУ см. күнәсек Яуымбай .. йәнлек тиреһе, ағас көрәк, күнәк-янтау эшләп һатып, тинләп йыйған аҡсаһына тәүҙә бер башмаҡ, унан һуң ябаҡ һатып алды. Н. Мусин. КҮПШЕК I (сред.) см. ижау II Күпшек менән болғатыу – мешать поварешкой КҮПШЕК II (сред.) см. туҫтаҡ II Күпшектә йомортҡа бешереү – сварить яйца в металлической миске
Закрыть