Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 62.

62 КҮН ҺАУЫТТАР – кожаная посуда – leather utensils Элек башҡа төр күн һауыттар ҙа ҡулланылған булған. «Ҡурған башҡорттары» 2004. КҮНӘК I – деревянное ведро (или металлический, полимерный сосуд цилиндрической формы с дугообразной ручкой для транспортировки на небольшие расстояния жидких и сыпучих продуктов) – wood vedro, wooden bucket (or metal, cylindrical polymer vessel with an arcuate handle for transporting liquids and bulk products over short distances) Ҡоҙоҡ ҡапҡасы өҫтөндә – оҙон сынйыр тағылған ағас күнәк. Т. Бүләков. Ай салҡан әйләнеп, күнәк элерлек булһа, яуын була; күнәк элерлек булмаһа, аяҙға тарта. Һынамыш. [БХИ. 1-се том. 1995]. Айран эскән ҡотолған, күнәк ялаған тотолған. Әйтем. Ямғыр оҙоҡ яумаһа, яҡындағы күпергә йәки баҫмаға ҡырҡ күнәк һыу ҡоялар. Ырым. [БХИ. 1-се том. 1995]. Тишек ауыҙҙа – һүҙ, тишек күнәктә һыу тормаҫ. Әйтем. Буш күнәк ныҡ шалтырай. Әйтем. Көҙгө ямғыр күнәкләп. Әйтем. *Күнәк ҡылысы – ведёрная дужка *Күнәк йондоҙ(о) – (астр.) Водолей КҮНӘК II – кожаное ведро (сосуд, изготовленный из копченой кожи для доения кобылиц) – leather vessel for milking mares Күн йә тиренән ыҫлап эшләнгән бейә һауа торған күн һауыт күнәк тип атала. КФ. Туҡ батыр – әсәһенә: ...Маталмаған бейәгә Күнәк тотоп килмәгән .. Бер ҡыҙ бала булһаң да, Атам менән йәнәшә Күп яуҙарҙа булғанһың. [БХИ. 5-се том. 2000]. Кәрсегән күнәк – прокисшее ведро
Закрыть