Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 57.

57 *көршәк – черепица КӨРШӘК II (сред., кызыл.) см. сүлмәк Көршәктә бойҙай ярмаһы һалып бешерелгән кәбеҫтә өйрәһе менән арыш әпәкәйе тәмле булды. Ә. Әһлиуллин. [Кабарга итен] сөгөн көршәктә томалап бешергәндә, бигерәк тәмле була. С. Шәрипов. Ямғыр яумай йонсотһа инде, теләктәр теләп, намаҙ уҡып, һыу эсенә ҡара көршәк түңкәргәндәр. Г.В. Юлдыбаева. КӨРШӘК-ҠӘДӘХТӘР – кувшины и бокалы – jugs and glasses, pipkins and cups Көмөш табаҡтарымдан ниндәй генә олуғ заттар, падишаһтар ризыҡ еймәне лә, алтын көршәк-ҡәдәхтәремдән кемдәр генә зәм-зәм һыуылай шараптар эсмәне! Ә. Хәкимов. КӨРӘГӘ I – кожанный сосуд (в форме большой миски, сделанный из шкуры шеи животного для подноски кумыса к трапезе) – leather large bowl for carrying kumis to a meal Көрәгә – табынға ҡымыҙ килтереү өсөн малдың муйын тиреһенән табаҡ рәүешле итеп яһалған һауыт. КФ. Көрәгә – ат муйынынан бөтөн килеш тунап алынған тиренән эшләнгән киң асыҡ һауыт. Төбө – күн, өҫкә табан аҙ ғына тарайтылған, сите ҡоршау менән нығытылған. Ян-яғында элмәк һымаҡ тотҡалары бар. Табынға ҡымыҙ сығарыу өсөн файҙаланылған. «Ҡурған башҡорттары» 2004. Көрәгә – ҡунаҡтар алдына ҡымыҙ, бал, буҙа шикелле эсемлектәрҙе һалып ултырта торған ҙур табаҡ [Башҡорт лөғәте: 1926 ...]. ◊ Көрәгәгә бәрәкәт! – одобрительные возгласы в адрес хозяина стола.
Закрыть