Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 54.

54 КӨБӨ III – кадка для хранения меда (из полого ствола дерева, набиваемая кожаным или железным обручем) Солоҡсо оянан кәрәҙҙе балауыҙы, балы һәм һитәһе менән бергә ҡалаҡ-бысаҡ менән ҡырҡып ала. ... солоҡ балын батмандан көбөгә күсерә. «Киске Өфө» 5.02.2011 КӨБӨ БЕШКӘГЕ (сред.) см. бешкәк Көбө бешкәген уҫаҡ, ҡайын кеүек еңел еҫле ағастарҙан яһағандар. КӨБӨҢКӘ (арг.) см. бешкәк Бейә һөтөн көбөгә һалып, көбөңкә менән аҫҡа-өҫкә табан билдәле бер ваҡыттан һуң болғатыу – ҡымыҙ бешеү тип атала. М. Бураҡаева. Башҡорттарҙың элекке ырым- ышаныуҙары буйынса көбөңкә бәхет килтерә, көбөңкәне ташларға, баҫырға ярамай. Көбөңкә – өйҙөң ҡото, тиҙәр. [МСБЯ, Хисамитдинова, 2010]. КӨБӨСӨК (куб., дем., ик.- сакм.) см. көбөсәк Көбөсөккә һалып ҡуйыу – положить в деревянное ведерко КӨБӨСӘК см. күнәсек Көбөсәк – ағас олононоң үҙәге соҡоп яһалған көбөнән бәләкәй күнәк. КФ. Ҡарт еңдәрен һыҙғанған, башын да ҡалҡытмай, көбөсәкте туғырлата- туғырлата ниҙер бешә. Н. Ҡотдосов Ҡорғаҡһып бөткән көбөсәкте инде сүплеккә сығарып быраҡтырҙыҡ тигәндә, ҡымыҙ яһауҙы ҡабат тергеҙҙегеҙ. Ш. Янбаев. КӨВӨСӘК (сред., ик.-сакм., кызыл.) см. күнәсек Боронғо ышаныуҙар буйынса, көвөсөк – муллыҡ билгеһе. Ф. Хисамитдинова.
Закрыть