Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 53.

53 А. Карнай. КӨБӨ I – пахталка (сосуд для сбивания масла, кумыса, сделанный из полого ствола дерева высотой около метра. Мутовка прикрепляется посередине крышки) – wooden churn (narrow and tall vessel made of a hollow tree trunk, designed for making kumis or churning butter) Май, ҡымыҙ бешеү өсөн аталғы йә өңгөс ярҙамында бөтәүләй ағастың үҙәген соҡоп, бер яғына төп һалып яһалған ҡоршауһыҙ бейек һауытты көбө тиҙәр. Ҡапҡасын уртанан тишеп, бешкес/бешкәк ҡуйып, ҡыуыш ағастан өңөп яһалған оҙон тар һауыт көбө тип атала. КФ. Иҫке көбөнө кәртәгә элеп ҡуйһаң, һыйыр һөтлө була. [МСБЯ. Хисамитдинова, 2010]. май көбөһө – сосуд для сбивания масла *тараҡан көбөһө – яйцевая капсула тараканов, досл. тараканья пахталка *инә көбөһө – маточник, досл. пахталка пчеломатки КӨБӨ II (ик.-сакм.) – кадка (из полого ствола дерева, набиваемая кожаным или железным обручем для хранения выдержанного кислого молока или катыка, из которого варится и изготовляется кумыс или курут) – wood keg for soured milk Көбө – ҡатыҡ ойотоу, эркет һаҡлау өсөн аталғы йә өңгөс ярҙамында бөтәүләй ағастың үҙәген соҡоп, бер яғына төп һалып яһалған тире йә тимер ҡоршаулы күнәк. КФ. Көбө, гөбө – ҡымыҙ һалып әсетә торған 5–6 ҡарыш самаһы оҙонлоҡта ағас һауыт. Силәк киңлегендә һәм силәктән киңерәктәре була. [Башҡорт лөғәте: 1926 ...]. Малайҙар .. ашамлыҡ-эсемлек менән тулы көбөнө лә килтереп биргәндәр. [БХИ. 14-се том. 2015].
Закрыть