Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 50.

50 КЕСЕРТКӘН ТОҠ – холщовый мешок, вмещавший около 4 пудов – canvas bag Оморҙаҡ быны эшләгәс, бай уға өс кесерткән тоҡ табып килтерергә ҡушҡан. [БХИ. 9-сы том, 2008]. КЕҮӘҪ (минзял., дем., гайн., нижнебельск., танып, караид., ср.-ур.) см. икмәк силәге Ҡамырлы кеүәҫ – квашня с тестом Кеүәҫте йылыға ҡуйыу – поставить квашню в теплое место КЕҮӘШНӘ (сред., ик-сакм.) см. икмәк силәге Кеүәшнәгә баш яһау – сделать опару в квашне Ағас кеүәшнә – деревянная квашня КИБӘЗӘ (сакм.) – кибяза (посуда из полого ствола дерева высотой больше метра, предназначена для сбивания масла и кумыса) – kibәzә (dishes from a hollow tree trunk more than a meter high, intended for cooking koumiss and churning butter) Кибәзә – метрҙан бейегерәк ағас олононоң үҙәге соҡоп яһалған ҡымыҙ йә май бешеү өсөн көбө һымаҡ һауыт. КФ. КИЛЕ I – деревянная ступа для толчения зерна и др. круп – wooden mortar for grinding grain and other cereals Нәсимә еңгәнең тары, һолоно ҙур ағас килелә төйөп ярма яһай-яһай, ҡулдары һыҙлаусанға әйләнә.... И. Абдуллин. Аласыҡ торған урында ярыҡ киле, сыбыҡ- сабыҡ бәйләме ята. Ә. Хәкимов. ағас киле – деревянная ступа киле төйгөсө – толкуша ступы *Киле бутҡаһы – каша из толокна (т.е. из обжаренной и растолченной в ступе пшеницы) *киле ҡорһаҡ – ненасытный
Закрыть