Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 45.

45 ИКМӘ(к)КҮНӘК (арг.) см. икмәк силәге Икмәккүнәккә баш яһау – приготовить опару для хлеба в квашне ИКМӘК СИЛӘГЕ – квашня – vat Ҡаянан икмәк силәге ҙурлығы таш ысҡынды ла туп-тура Мораҙым өҫтөнә йомолдо. Ғ. Әмири. Бутҡа бирһәң, бутҡа алмай, икмәк һорап ултыра. (Икмәк силәге). Йомаҡ. [БХИ. 9-сы том. 2007]. Икмәк силәген аяҡ аҫтында йөрөтөргә ярамай, иген уңмай. [МСБЯ. Хисамитдинова, 2010]. ИҠЛАУ (сакм., гайн., ирг., ик.-сакм.) см. уҡлау Иҡлау менән ҡамыр йәйеү – раскатать тесто скалкой ИЛӘК I – сито, решето – sieve Иләктә һыу тормаҫ, тинтәктә һүҙ тормаҫ. Әйтем. Өйөнә күрә иләге, ҡапҡасына күрә силәге. Әйтем. Иләк аша ҡараһаң, кейәүең шаҙра була. Ышаныу. Селтәре ат ҡылынан эшләнгән иләк. БЭ. Еҙ иләк – сито из медной проволоки Ҡыл иләк – сито из конских волос Ваҡ иләк – сито с мелкой сеткой Эре иләк – решето с крупной сеткой Йүкә иләк – решето из лыка *һөт иләге – цедилка для молока *иләк өҫтө – отруби *иләк ауыҙ – болтун, болтунья *иләк бит(ле) – рябой, щербатый *иләк хәтер – плохая память
Закрыть