Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 28.

28 БАТМАН II – узкая и высокая деревянная кадка (для хранения масла, молока и сыпучих продуктов) – wooden tub for butter Тәпәндән бейегерәк май, һөт һаҡлау өсөн яһалған тар ағас күнәк батман тип атала. КФ. Килендәренең өсөһөнә лә берәр батман он биргән дә икмәк бешереп килтерергә ҡушҡан. [БХИ. 14-се том, 2015]. Арышы булһа, батманы табылыр. Әйтем. БАТМАН III – старинная мера веса (для сыпучих и жидких продуктов равная объему или весе батмана от 6 – до 12 пудов) – old measure of weight for bulk and liquid products equal to the volume or weight of the batman Хисам тик бер генә батман тары йыйып ала алған. Әкиәттән. Бер батман алтының булғансы, бер ҡарыш ерең булһын. Әйтем. Һүҙеңде мыҫҡалға һал, эшеңде батманға һал. Мәҡәл. Ил өҫтөндә — илле батман. Әйтем. Һәр нәмәнең үҙ батманы. Әйтем. БАТМАНСЫҠ (кызыл.) см. күнәсек Бөтөн ағас олононоң үҙәге соҡолоп эшләнгән күнәсек батмансыҡ тип атала. КФ. *батмансыҡ – водяной орех БАТМУС – поднос (металлический лист с загнутыми краями для переноски посуды, для подачи еды на стол и т.п.) – tray Шкаф эргәһендәге ағас сөйҙә, ҡыл иләк менән бергә эре биҙәкле ҙур түңәрәк батмус эленеп тора. Ә. Байрамов. Хеҙмәтсе һандуғас өсөн һалҡын һыуҙы көмөш һауытҡа һалып, ә орлоҡтарҙы гәрәбә батмусҡа һалып килтергән. [БХИ, 13-сө том, 2008].
Закрыть