Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 27.

27 БАЛСЫҠ ҺАУЫТТАР – глиняные сосуды – clay vessels Ҡәберҙә бронза ҡаҙан, хуш еҫле үләндәр төтәтеү өсөн балсыҡ һауыттар, ағас ҡалаҡ ... табылған. БЭ. Ҡайһы бер ҡәберҙәр янында аҙыҡ һалынған балсыҡ һауыттар табылған. БЭ. БАЛ ҺАУЫТЫ – медовница – honey pot Ялбыр муйыл күләгәһендәге өҫтәлгә сынаяҡ та, бал һауыты ла, һалҡын баҙҙан сығарылған хуш еҫле ҡаймаҡ та килеп ултыра. Ш. Янбаев. БАНКА – банка (стеклянный или пластмассовый сосуд цилиндрической формы с широким отверстием вверху, с достаточно короткой и широкой горловиной предназначенный для хранения различных продуктов) – jar Фирүз банкалағы һутты ғолҡолдатып эсеп ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Хужа ҡатын ҙур быяла банка менән ҡарағат вареньеһы алып килде. Ә. Вәли. Яҡуптың әсәһе кескәй банкаға һалып бал, байтаҡ ҡына йыуаса ҡуйҙы. М. Кәрим. Быяла банка – стеклянная банка БАРНИК (миас., сред.) – фарфоровый заварочный чайник – porcelain teapot for tea infuser Эш йөкмәтеп киттем: лоскуттарҙан барникты ҡаплап сәй быҡтырырға «тауыҡ» тегеп бирергә. Г. Яҡупова. Барник мороно – носик заварника Барник төбө – дно заварочного чайника БАТМАН I – кадка из липовой древесины для хранения меда – linden tub for honey Бал батмандары, башҡа кәрәк-яраҡ тейәлгән оҙон арбаһын Сәйфетдин кистән үк әҙерләп ҡуйғайны. Р. Байымов. бал батманы – батман для хранения меда *батман – толстый
Закрыть