Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 23.

23 БАҘЫЯН СЕҮӘТӘ I – расписная деревянная чаша – painted wooden bowl Күсәк бей килеп инеү менән, ҡатын баҙыян сеүәтәгә ойотҡан ҡойоп бирә. [БХИ. 4-се том, 1999]. БАҘЫЯН СЕҮӘТӘ II – маленькая деревянная чаша (миска), расписанная поталью – small wooden cup (bowl), painted with (gold leaf) potal [Аҫылбикә] Килгән-киткәнде яҡты йөҙ менән ҡунаҡ итте, ҡымыҙ ҡойолған баҙыян сеүәтәләрҙе үҙ ҡуллап бирҙе, … тоҙлоҡло һурпаһын эсерҙе. Ғ. Ибраһимов. БАҘЫЯН ТАБАҠ – деревянная расписная чаша (для подачи супа, мяса) – large wooden painted bowl (for serving soup, meat during a feast) Ҡунаҡ йыйғанда ул батмусҡа, баҙыян табаҡ менән өймәкәй тултырып, бешкән ит килтереп ултырталар...Ә. Байрамов. БАҘЫЯН ТӘПӘН – низкая расписная деревянная кадка из полого ствола дерева (для масла, кумыса, катыка, меда, бузы) – wooden painted low jug from a hollow tree trunk (for oil, koumiss, katyk, honey, bouza) Көтөр батыр сит-ситтәре һырлап семәрләп эшләнгән ҙур баҙыян тәпән менән тулы ишемле бал, йәнә сигеүле таҫтамалдар ала. Ғ. Хөсәйенов. БАК см. бәк II Столовойҙа ике бак бутҡа һәм силәк ярым какао артып ҡалды. Б. Ишемғол. Кешеләр … һыулы бак янына бара ла тимер сынйырға бәйләнгән көрөшкә менән һыу алып эсә. Т. Ғиниәтуллин. БАҠРАС (ик.-сакм., дем.) см. баҡырас Айғыр баҡрас башындай күҙҙәрен аҡайтып борола ла әлеге сүлмәктәй тояғы менән ер сапсырға тотона (ДСБЯ, 2002). БАҠРАЧ (минзял.) см. баҡырас Баҡрач менән болғатыу – мешать половником
Закрыть