Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 175.

175 ЫҠТАУ (әй., миас., ср.-ур.) см. уҡлау Ыҡтауына күрә таҡтаһы. Әйтем. ЫЛАШ – помост для сушки курута и рыб – platform for drying kurut and fish Маһитап менән бергәләп эремсек ҡайнаттылар, гөбө тултырып май яҙҙылар, ҡайнатылған эркеттән ҡорот йомарлаҡтары яһап, ыҫлар өсөн ылашҡа теҙҙеләр. Ғ. Ибраһимов. Ылашта ҡорот ыҫлау – сушить курут на помосте Ылашта балыҡ киптереү – сушить рыбу на помосте ЫЛЫП (нижнебельск., танып., караид., гайн.) – котомка (охотничий кошель из бересты) – birchbark knapsack or backpack made of birch bark Арҡала йөрөтөү өсөн туҙҙан яһалған һауыт ылып тип атала. КФ. ШАБАЛА I (арг., сальз., ср.- ур.) см. иләк сүмес I Шабалаға һалып тороу – поместить в дуршлаг ШАБАЛА II (миас.) см. һоҫҡо Көнсығыш диалекттың миәс һөйләшендә һоҫҡоно шабала тип атайҙар. Н. Мәҡсүтова. ШАН см. киҫмәк I Байҙар — егерме, ун биш, бәғзеләре — ун, фәҡирҙәр ҙә биш һыйыр һауып, байҙар майҙы шанға, ҙур көбөләргә һалалар ине [БХИ. 7-се том, 2004]. ШАҢ см. киҫмәк I Шаң – тәпән рәүешендәге ҙур ағас һауыт. «Ағиҙел» № 2, 2017. ШАУА см. башман Шауаға кәрәҙле бал өйөлгән – большая дереваянная чаша наполнена сотовым медом
Закрыть