Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 168.

168 Һауыт-һаба шалтыраһа – иреш сыға. Ырым. Буш һауыт-һаба бирергә ярамай. Тыйыу. Нимә генә юҡ бында: төлкө, ҡондоҙ тиреләре, затлы келәмдәр, ебәк күлдәктәр, өс-дүрт самауыр, гәлсәр һауыт-һаба, ҡытай фарфоры. Р.Байымов. Билдәмәле һауыт-һаба (минзял.) – узорная посуда Парсалы һауыт-һаба (сред.) – узорная посуда Ялынһыу һауыт-һаба – обгорелая посуда ҺЕЛКЕҮЕС (ирг., сред.) см. һелкәүес Елдә елгәрелеп, һелкеүестә һелкенеп таҙартылған бөртөктәрҙе мейес йылыһында тағы киптерәләр. Ш. Янбаев. Ситтәрәк, ҡойма буйында .. ағас көрәк, тырма, төрлө ҙурлыҡтағы тәпән, балта һаптары, һелкеүес, уҡлау кеүек йорт кәрәк-ярағы килтергән ауыл кешеләре. Ә. Хакимов. ҺЕЛКӘҮЕС – сеяльница (деревянное широкое продолговатое корыто для просеивания толчённой крупы, зерна и т.п.) – seeder Һелкәүес – төйгән ярманы һелкеп, кәбәген айыра торған йәйпәк ағас ялғаш. КФ. Хәлиулла .. балтаһын Сәкәсә йылғаһы ташына үткерләп алды ла көрәк һабы, күнәк, һелкәүес, ялғаш яһай кереште. И. Ғиззәтуллин. Һелкәүес – бойҙай, һоло шикелле орлоҡтарҙан кәбәкте айырыу өсөн ҡулланыла торған ағас нәмә. Һелкеп, кәбәктән бойҙайҙы
Закрыть