Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 151.

151 ТУҪТАҒАН I см. туҫтаҡ II Хужабикә ҡала ҡунаҡтарына яҡыныраҡ йәнә бер туҫтаған ит килтереп ултыртты. Ғ. Хисамов. ТУҪТАҒАН II (сред.) см. сеүәтә I Ҡамғаҡ Дәүәй, хахылдап көлөп, уның [Йәүҙәттең атаһы] менән туҫтағанын сәкәштерергә һонолған. Й. Солтанов. Ниәте уның [Ғәли] бер булған: Һарымһаҡтай аҙаулы Сәхтиәндәй ҡабаҡлы, Туҫтағандай тояҡлы Ҡойроҡҡайы ҡыналы, Ҡарайғырҙа күҙе икән. [БХИ. 7-се том, 2004]. ТУҪТАҒАҪТЫ (сред.) см. сынаяҡ аҫты Туҫтағаҫтына эҫе сәй ҡойоу – разлить горячий чай в блюдце ТУҪТАҒӨҪТӨ (сред.) см. сынаяҡ өҫтө Көньяҡ диалекттың урта һөйләшендә сынаяҡ өҫтөн туҫтағөҫтө тип атайҙар. ТУҪТАҠ I – деревянная чаша (деревянная столовая посуда в виде глубокой и широкой чаши для подачи напитков) – wooden bowl Туҫтаҡ – тәгәстән кескенә, сеүәтәнән ҙурыраҡ ҡымыҙ һалып эсә торған ағас һауыт [Башҡорт лөғәте: 1926...]. Алдар туҫтағын эскәс, башҡалар ҙа һемереп, ике-өс турһыҡ бушап та ҡалды. [БХИ. 4-се том, 1999]. Оло ағас табаҡта туҫтаҡтарын, алдырын, сағандан юнылған ҡалаҡтарын, сеүәтәләрен йыуып, һике ситенә түңкәреп һарҡытҡас, Сажиҙә улы эргәһенә килде. Я. Хамматов. *Кейәү туҫтағы – чаша кумыса, подаваемая от имени жениха гостям
Закрыть